+4 °С
Болотло
Сәлих ауылы килене Фиягөл Байғазаҡова был үҙенсәлекле көн уңайынан ҡыҙҙары менән тәмле печенье бешергән.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға уңған хужабикәнән тәмле печенье рецебы:
Баллы печенье
2 йомортҡа, 230 грамм шәкәр ҡомо, шул уҡ күләмдә һөт, 150 гр көнбағыш майы, 150 гр балды бер һауытҡа һалып, миксер менән шәп тиҙлектә болғатабыҙ ҙа самалап он һалабыҙ. Ҡаймаҡ һымаҡ ҡамыр әҙер булғас, аш содаһы һалып, тағы ла болғатабыҙ. Әҙер массаны силикон һауыттарға һалып, духовкаға ҡуябыҙ. Бешеп сыҡҡас, өҫтөн шәкәр оно йә иретелгән шоколад менән биҙәргә була.