Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Ноябрь 2021, 15:02

Гөлйемеш - файҙалы емеш!

Уның төнәтмәһе ниндәй ауырыуҙарға дауа.

Гөлйемеш - файҙалы емеш!
Гөлйемеш - файҙалы емеш!

Гөлйемеш йәки әлморон – төрлө биологик актив матдәләр, С витамины сығанағы. Эҫе булмаған мейестә (температура 80-90 градустан артмаһын) йәки махсус киптергестә киптерәләр. Организм витаминдарға ҡытлыҡ кисергән ҡышҡы һәм яҙғы осорҙа ул айырыуса файҙалы.

Гөлйемеш төнәтмәһен йә ҡайнатмаһын геморрой менән сирләгәндә, тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ. б.), атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яраһы (язва) булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда, йөклө һәм имеҙгән әсәләргә ҡулланырға кәңәш ителә.

Төнәтмә әҙерләү өсөн төнгөлөккә термосҡа дүрт аш ҡалағы киптереп ваҡланған емеш һалып, ике стакан ҡайнар һыу һалығыҙ. Уны көнөнә ике тапҡыр яртышар йәки берәр стакан эсергә мөмкин. Витаминлы эсемлек иммунитет нығытыу өсөн балаларға ла файҙалы. Сир-зәхмәт осоронда бөтә ғаилә менән эсеү отошло. 

Гөлйемеш тамырынан әҙерләнгән төнәтмә ярҙамында һейҙек ҡыуығындағы һәм бөйөрҙәге таштан ҡотолорға мөмкин тип билдәләй халыҡ медицинаһы. Тик быны мотлаҡ табип күҙәтеүе аҫтында башҡарырға кәңәш ителә.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: