Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Октябрь 2021, 16:19

Һарымһаҡ ярҙамға ашыға

Һыуыҡ тейгәҺыуыҡ тейгәндә, киҙеү мәлендә уны нисек дөрөҫ ҡулланырға? Кәңәштәрҙе уҡыйыҡ, ндә, киҙеү мәлендә уны нисек дөрөҫ ҡулланырға? Кәңәштәрҙе уҡыйыҡ!

Һарымһаҡ ярҙамға ашыға
Һарымһаҡ ярҙамға ашыға

Һарымһаҡ составында минераль матдәләр күп: углеводтар, инулин, полисахаридтар һ.б. Уның иң файҙалы үҙенсәлектәренең береһе – бактерияларға ҡаршы тороуы. Һарымһаҡ организмдың вируслы, һалҡын тейеү ауырыуҙарына ҡаршы тороуға булыша.

Ундай сирҙәр теймәһен өсөн аҙыҡҡа ваҡланған һарымһаҡ ҡушырға кәрәк. Миҫал өсөн, алманы ыуғыс аша үткәреп, уға ваҡланған һарымһаҡ һәм бал ҡушып салат яһау.

Уны сей килеш ҡабул итә алмаған осраҡта, бешереп ашарға йәки берәр тырнағын алып, һауытҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут ябып торорға кәрәк. Аҙаҡ һыуын эсеп, шунда бешкән һарымһаҡты ашарға була. Һарымһаҡтың ауыҙҙан килгән насар еҫен аир һәм аҡ кишер (петрушка) тамыры баҫа.

Йүтәлдең башланғыс осорында (1-2 сәғәт) ауыҙ эсендә бер киҫәк һарымһаҡ тоторға кәрәк. Әгәр уны ваҡыт-ваҡыт аҙыраҡ тешләп алһағыҙ, шәбәйеүгә бер аҙым яһанығыҙ тигән һүҙ. Көслө йүтәлләгәндә, һалҡын тигәндә, грипп, ангина менән яфаланғанда, һарымһаҡты еҫкәргә кәңәш ителә.

Киҙеү ваҡытында һәр бүлмәгә туралған һарымһаҡлы тәрилкәләрҙе ҡуйып сығырға кәңәш ителә. Ул вирусты үлтерә. Бер киҫәк һарымһаҡтың һутын һығып, уны 1/3 стакан йылы һыуға һалып болғатырға кәрәк. Бындай иретмәне тамсылап танауға тамыҙырға ярай.

Хроник бронхит, астмалы бронхит, һалҡын тейеү ауырыуҙары ваҡытында май әҙерләргә кәрәк. Дүрт аш ҡалағы туң майға бер тырнаҡ ваҡланған һарымһаҡ һалып бутап, күкрәккә һәм иңбашҡа һылағыҙ.

Һарымһаҡты ашҡаҙан йәрәхәте, бөйөр ауырыуҙары, һары ауырыуы булғанда ҡулланырға кәңәш ителмәй.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: