Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
26 Сентябрь 2021, 17:40

Телеңде йоторлоҡ бәлеш

Был бәлеште йәһәт кенә бешереп алырға була. Күп ваҡытты ла алмай. Уның өсөн беҙгә йомортҡа – ун дана, ҡаймаҡ – 200 грамм, тоҙ – 1/2 сәй ҡалағы, сода – 1/2 сәй ҡалағы, он – туғыҙ аш ҡалағы, йәшел һуған – бер бәйләм.

Телеңде йоторлоҡ бәлеш
Телеңде йоторлоҡ бәлеш

Башта эслек әҙерләйбеҙ. Уның өсөн беҙ алты йомортҡаны бешереп алабыҙ. Йомортҡа менән һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ ҙа тоҙлайбыҙ.
Артабан ҡамырға тотонабыҙ. Уның өсөн дүрт йомортҡаны туғыйбыҙ, тоҙ ҡаймаҡ һалып болғайбыҙ. Сода менән он өҫтәп ебәрәбеҙ. Бөтәһен бергә һәйбәтләп бутайбыҙ.

Шунан форманы майлайбыҙ. Ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ. Өҫтөнә эслекте һалабыҙ ҙа ҡалған ҡамырҙы өҫтәйбеҙ.
Духовкала 190 с градуста 35-40 минут тирәһе бешереп алабыҙ.


Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас: