Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
26 Сентябрь 2021, 17:54

Гел ашағы килһә, нимә эшләргә?

Нилектән һәр ваҡыт ашағы килә? Йыш-йыш һәм күп итеп... Бындай тойғо күптәргә таныштыр, моғайын.Табиптар иң беренсе сәбәп итеп йоҡо туймауҙы атаған. Асығыуға һәм организмды туйындырыуға ике гормон яуаплы. 

Гел ашағы килһә, нимә эшләргә?
Гел ашағы килһә, нимә эшләргә?
Беренсеһе – грелин – ашҡаҙан-эсәк юлы күҙәнәктәре ярҙамында барлыҡҡа килә. Ул мейегә ашарға ваҡыт икәнлеген белдерә.
 
Икенсеһе – лептин – май күҙәнәктәре менән синтезлана. Уның күләме күтәрелһә, мейе туҡланыу тураһында хәбәр ала. Йоҡо туймаһа, грелин күбәйә, ә лептин, киреһенсә, кәмей. Шуның һөҙөмтәһендә күп һәм йыш ашағы килә. Йоҡлау режимын үҙгәрткәндә, был проблеманан ҡотолоп була.

Һыуҙы әҙ эскәнлектән дә организмдың йыш ашарға һорауы мөмкин. Асығыу менән һыуһау тойғолары оҡшаш булғанлыҡтан, уларҙы бер-береһе менән бутап, кеше һыуһынын ашау менән ҡандыра. Һөҙөмтәлә артыҡ туҡланыу килеп сыға. Киреһенсә, ашағың килһә, һыу эс, тип кәңәш бирә диетологтар.

Өсөнсө сәбәп – татлы аҙыҡты күп ашау. Кәнфит, печенье, булка һәм башҡа шәрбәтле аҙыҡ ашағанда бөтә шәкәр шунда уҡ ҡанға бара. Глюкоза миҡдары ҡапыл күтәрелә, тора биргәс, ҡапыл кире төшә – шуның арҡаһында йәнә ашағы килә. Асығыу тойғоһон еңеп үткәреп ебәрһәң, организм ҡандағы шәкәрҙе нормаға килтереү өсөн бауырҙағы гликоген тупламын ҡуллана башлай. Тәмлекәстәрҙе йыш ҡабул иткәндә, бөтә цикл яңынан ҡабатлана. Оҙаҡ ваҡыт дауамында глюкоза кимәле һикергеләп торһа, бының диабетҡа килтереүе ихтимал.

Кеше оҙайлы стресс кисергәндә лә күп ашарға әүәҫләнә, сөнки ундай хәлдә кортизол тигән гормон эшләнеп сыға, ул углевод алмашыныуҙа әүҙем ҡатнаша һәм глюкозаны кәметә, ә был үҙ сиратында асығыу тойғоһон барлыҡҡа килтерә. Был осраҡта стрестан ҡотолоу юлдарын эҙләргә кәрәк, мәҫәлән, медитация, дуҫтар, яҡындар менән аралашыу, физик күнегеүҙәр...

Өҫтәл артынан туймай торған ваҡытта ла организмдың һаман ашарға таптырыуы бар. Кәүҙә ауырлығын кәметергә йыйынғанда ла, организмға ингән һәм тотонолған калория араһында айырма 10-20 проценттан артмаҫҡа тейеш. Әгәр артһа, асығыу тойғоһо көсәйә, икенсенән, организм май һаҡламын тотонмай, тимәк, ауырлыҡтың кәмеүе урынына киреһенсә булыуы ихтимал.
 
Автор:Башинформ
Читайте нас: