Мораҙым
+25 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Августа 2021, 15:40

Ҡышҡылыҡҡа еңел генә салат

Был ябай ғына салатҡа 1 кг кәбеҫтә, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 кг болғар боросо, 1 кг помидор, 1 кг ҡыяр, 5 сәй ҡалағы тоҙ, 5 сәй ҡалағы шәкәр, 1 стакан көнбағыш майы, 1 стакан 9 процентлы уксус, теләк буйынса һарымһаҡ кәрәк буласаҡ.

Ҡышҡылыҡҡа еңел генә салатҠышҡылыҡҡа еңел генә салат
Ҡышҡылыҡҡа еңел генә салат

Барыһын да туҡмас ҡырҡҡан кеүек киҫәбеҙ, көнбағыш майы, уксус, шәкәр, тоҙ һалып бутағас, 1 сәғәттә ҡуйып торабыҙ. Артабан утҡа ҡуйып ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут утта бешерәбеҙ ҙә плитанан алабыҙ. Аҙаҡ салатты стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға ғына ҡала.

Автор:
Читайте нас