Йәй емеш-еләккә генә түгел, балыҡҡа ла мул миҙгел ул. Һыу “ене” ҡағылғандар ҡармағын эләктереп, йылға буйына балыҡҡа китергә генә ҡарап тора. Сөнки, балыҡсының һыу буйында үткән ике йыл ғүмере бер йылға иҫәпләнә, тиҙәр. Ысынлап та, һыу буйында үткән минуттар, сәғәттәр иң илаһи мәлдәргә тиң, тей балыҡсылар үҙҙәре лә. Ҡайнап торған донъяның ығы-зығыһынан ял ғына түгел, ҡайғы –хәстрәттәрҙән дә арындыра, кешенең күңел торошон да ыңғайға көйләй икән ир-егеттәрҙең яратҡан был шөғөлө. Йәмле йәйҙең бер көнөндә һыу буйында балыҡ ҡармаҡлар өсөн бер нисә сәғәт эшен дә ташларға әҙер улар.
Ә беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, балыҡты төрләндереп бешереү серҙәрен өйрәнәйек.
Ҡамыр эсендә бешкән балыҡ
Ҡылсыҡтарынан таҙартылған һәм йыуылған балыҡты ҙур булмаған киҫәктәргә бүлгәс, онлап, майлы табала ҡурабыҙ. Әсе ҡамыр баҫып, ваҡ йәймәләр йәйеп, һәр береһенең уртаһына балыҡ киҫәктәрен һалып төрәбеҙ. Мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөнә йомортҡа ағын һөртәбеҙ.
Бикре (осетр) балығынан шешлек
Кило ярым бикре балығына 2 баш һуған, 1 анар емеше, 1 лимон, самалап тоҙ, борос, тәмләткестәр алына.
Балыҡты таҙартып, киҫәктәргә бүлеп, өҫтөнә тоҙ, борос һибеп, шампурҙарға теҙәһең һәм ҡыҙыу күмер өҫтөндә ҡураһың. Түңәрәкләп туралған һуғанға анар емеше һуты ҡушалар, шешлекте шул һуған түңәрәктәре һәм лимон киҙәктәре менән биҙәп, өҫтәлгә ҡуялар.
Тултырылған суртан
1 кг суртан , 200 г башлы һуған, 150 г аҡ икмәк, 200 г һөт, 100 г аҡ май, 1 йомортҡа, 2 тырнаҡ һарымһаҡ кәрәк.
Балыҡты тәңкәләренән таҙартып, һалҡын һыуҙа йыуырға. Баш тирәһендәге шекәрәһен бысаҡ менән ҡырҡырға ла, һаҡ ҡына һыҙырып алырға. Ҡойроҡ өлөшөн дә шекәрәһен айырмайынса ҡырҡырға кәрәк. Һыҙырып алғандан һуң, балыҡты ҡылсыҡтарынан таҙартып, яҡшылап йыуырға. Һуңынан әҙер эслекте балыҡтың эсенә тултырып, майланған табаға һалалар һәм бер аҙ һурпа өҫтәп, мейескә ҡуялар.
Эслек өсөн: балыҡ менән һуғанды ит турағыс аша үткәреп, һөттә ебетелгән аҡ икмәк, май, тоҙ, борос, һарымһаҡ ҡушып, йомортҡа иҙеп, тағы бер ҡат ит турағыс аша үткәрәләр.
1 сазан балығы, тоҙ, төйөлгән борос кәрәк.
Яңы ғына тотолған балыҡты балсыҡ менән буярға,айғолаҡ аҫтарына тоҙ һибергә һәм ҡыҙыу күмергә һалып, әҙер булғансы бешерергә. Аҙаҡ тиреһен һәм эстәрен айырып, балыҡтың эргә-тирәһен төрлө йәшелсәләр менән биҙәп, табынға бирәләр.
“Крәҫтиән” бәлеше
Ҡамыр өсөн: 4 стакан он, 6 ҡалаҡ маргарин, стакан ярым һөт, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 40 г сүпрә.
Эслек өсөн: 500 г терәс балығы, 2 баш һуған, 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы, 3-4 семтем төйөлгән ҡара борос, 2-3 лавр япрағы, тоҙ.
Ҡамыр баҫығыҙ һәм 1 см ҡалынлығында йәймә йәйеп, майлы табаға һалығыҙ. Эсенә таҙартылған балыҡ киҫәктәре, түңәрәкләп туралған һуған, лавр япрағы, май һалығыҙ ҙа тоҙ, борос һибеп, бәлеште буйынан-буйына ҡамыр менән селтәрләп биҙәгеҙ. Өҫтөнә йомортҡа һөртөп, бер аҙ тотҡас мейескә ултыртығыҙ.
Тултырылған балыҡ
Яңы тотолған эре балыҡты тәңкәһенән таҙартып, эсен ярып йыуабыҙ. Һунынан уның эсенә һәм тышына һеркә һөртәбеҙ ҙә әҙер эслекте тултырабыҙ. Мейестә уртаса утта 40-45 минут тирәһе бешә. Табынға ултыртҡанда теленгән ҡыяр, йәш кәбеҫтә япраҡтары һәм башҡа йәшелсәләр менән биҙәйбеҙ. Өҫтөнә майонез ярҙамында төрлө биҙәктәр эшләргә мөмкин. Бының өсөн майонезға ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ, төйөлгән борос ҡушыла.
Эслек өсөн: ит турағыс аша үткәрелгән 100-150 г балыҡ, ярты стакан быҡтырылған фасоль, 0, 5 кг кәбеҫтә, самалап тоҙ, борос, әнис алына.