Мораҙым
+15 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Мая 2021, 04:10

ПИЦЦА РЕЦЕПТАРЫ

"Кетерләп торған пицца" 150 мл йылы һыу, ярты балғалаҡ шәкәр, 2 балғалаҡ үҫемлек майы, 1 балғалаҡ әсетке (дрожжи), стакан ярым он. Шәкәрҙе һыу менән ҡушып болғатырға ла, әсетке өҫтәп йылы урынға 10 минутҡа ҡалдырырға. Ондо иләп, тоҙ, май, әсеткеле һыуҙы ҡушып яҡшылап ҡамыр баҫырға. Ҡамыр ҡабарһын өсөн йылы урынға ултыртып тороғоҙ. Хәҙер инде әҙер ҡамырҙы икегә бүлеп йәйеп, яратҡан эслек менән биҙәй алаһығыҙ. Ауылса пицца 250 мл һөт, 2 аш ҡалағы шәкәр, әсетке, 125 гр аҡ май (иретелгән), 350-400 гр он, ярты балғалаҡ тоҙ. Һауытта ярты стакан йылы һыу йәки һөттө, 1 аш ҡалағы он, 1 аш ҡалағы шәкәр, әсетке ҡушып баҫҡан ҡамырҙы ҡалҡытып алығыҙ. Унан он, йылы һөт, иретелгән аҡ май, шәкәр һәм тоҙ ҡушып, ҡамыр баҫығыҙ. 200 градуслы 20-25 минутта бешерегеҙ. "Табала 10 минутта бешкән пицца" 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 4 аш ҡалағы майонез, 2 йомортҡа, 9 аш ҡалағы он, сыр. Ҡамыр ҡаймаҡ кеүек ҡуйылыҡта була. Уны майлы табаға ҡойоғоҙ. Өҫтөнә томат һөртөгөҙ, колбаса, тоҙло ҡыяр, зәйтүн, помидор менән биҙәгеҙ. Майонез, ҡалын итеп сыр һалығыҙ. Плитаға ултыртығыҙ һәм бер нисә минутта һүрән утта бешерегеҙ. Сыр иреп сыҡҡас та пицца бешкән була.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Кетерләп торған пицца"

150 мл йылы һыу, ярты балғалаҡ шәкәр, 2 балғалаҡ үҫемлек майы, 1 балғалаҡ әсетке (дрожжи), стакан ярым он.
Шәкәрҙе һыу менән ҡушып болғатырға ла, әсетке өҫтәп йылы урынға 10 минутҡа ҡалдырырға. Ондо иләп, тоҙ, май, әсеткеле һыуҙы ҡушып яҡшылап ҡамыр баҫырға. Ҡамыр ҡабарһын өсөн йылы урынға ултыртып тороғоҙ. Хәҙер инде әҙер ҡамырҙы икегә бүлеп йәйеп, яратҡан эслек менән биҙәй алаһығыҙ.


"Өйҙәгесә пицца"
Ҡамыр өсөн 200-250 гр он, 1 аш ҡалағы зәйтүн йәки көнбағыш майы, тәменә ҡарап тоҙ, 1 балғалаҡ әсетке (дрожжи), 1 стакан йылы һыу кәрәк була.

Ҡамыр баҫығыҙ. Ондо тоҙ һәм әсетке менән болғатығыҙ, унан яйлап ҡына һыу, май ҡушып ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамыр 30-40 минут тирәһе ҡалҡырға тейеш.
Эслек өсөн барлыҡ ризыҡтарҙы турағыҙ йәки ҡырғыстан үткәрегеҙ. Һәр ҡайһыһын ҡатлап һалығыҙ, һәр ҡаттың өҫтөнә майонез һылағыҙ.

Пиццаны 20-30 минут тирәһе бешереп алығыҙ.


Ауылса пицца

250 мл һөт, 2 аш ҡалағы шәкәр, әсетке, 125 гр аҡ май (иретелгән), 350-400 гр он, ярты балғалаҡ тоҙ.

Һауытта ярты стакан йылы һыу йәки һөттө, 1 аш ҡалағы он, 1 аш ҡалағы шәкәр, әсетке ҡушып баҫҡан ҡамырҙы ҡалҡытып алығыҙ. Унан он, йылы һөт, иретелгән аҡ май, шәкәр һәм тоҙ ҡушып, ҡамыр баҫығыҙ.
200 градуслы 20-25 минутта бешерегеҙ.



"Табала 10 минутта бешкән пицца"

4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 4 аш ҡалағы майонез, 2 йомортҡа, 9 аш ҡалағы он, сыр.

Ҡамыр ҡаймаҡ кеүек ҡуйылыҡта була. Уны майлы табаға ҡойоғоҙ. Өҫтөнә томат һөртөгөҙ, колбаса, тоҙло ҡыяр, зәйтүн, помидор менән биҙәгеҙ. Майонез, ҡалын итеп сыр һалығыҙ. Плитаға ултыртығыҙ һәм бер нисә минутта һүрән утта бешерегеҙ. Сыр иреп сыҡҡас та пицца бешкән була.


"Яратҡан пицца"

2,5 стакан он, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, әсетке, 1 стакан һөт, тоҙ.




"Пепперони"

100 мл һыу, 1 балғалаҡ шәкәр, 1,5 балғалаҡ ҡоро әсетке, семтем тоҙ, 1 аш ҡалағы зәйтүн майы, 1,5 стакан он, 200 гр "Пепперони" колбасаһы, 250 гр "Моцарелла" сыры, пицца өсөн соус.

Шәкәр ҡушылған йылы һыуға әсетке өҫтәгеҙ һәм 10 минутҡа ҡалдырып тороғоҙ. Унан тоҙ, зәйтүн майы, он менән бергә ҡамыр баҫығыҙ.

Колбасаны, моцарелланы турағыҙ.

Соус: 500 гр. помидорҙы 10-15 минут ҡайнар һыуға һалып тороғоҙ, унан ҡабығын һыҙырығыҙ. Үҙен турағыҙ. 1 һуғанды, 2 теш һарымһаҡты ваҡ итеп турағыҙ. 2-3 минут майҙа ҡыҙҙырып алығыҙ. Унан помидорҙы ҡушып талғын утта бешерегеҙ. Базилик, орегано ҡушығыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас