Мораҙым
+28 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
17 Апреля 2021, 06:50

Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

Тәҙрә төбөндәге гөлдәрегеҙ даими сәскә атып ҡыуандырһын, гөрләп үҫһен тиһәгеҙ, уларҙы әленән-әле туҡландырып тороу хаҡында оноторға ярамай. Ҡул аҫтындағы ризыҡтар, аҙыҡ ҡалдыҡтары ла үҫентеләр өсөн бына тигән ашлама була ала.Шәкәр, ҡәһүә, мандарин, әфлисун, банан, һуған ҡабығы, көл бына тигән ашлама!

Тәҙрә төбөндәге гөлдәрегеҙ даими сәскә атып ҡыуандырһын, гөрләп үҫһен тиһәгеҙ, уларҙы әленән-әле туҡландырып тороу хаҡында оноторға ярамай. Ҡул аҫтындағы ризыҡтар, аҙыҡ ҡалдыҡтары ла үҫентеләр өсөн бына тигән ашлама була ала.
*Шәкәр гөлдөң үҫеүенә булышлыҡ итә, көс бирә. Бының өсөн бер аш ҡалағы шәкәрҙе 0,5 л һыуға һалып бутарға кәрәк. Шәкәрле һыуҙы айына бер бер тапҡырҙан да күберәк ҡулланырға кәңәш итлмәй. Шәкәр урынына дарыуханала һатылған глюкоза ҡулланһағыҙ, тағы ла һөҙөмтәлерәк булыр. Бер таблетканы бер литр һыуҙа иретергә.
*Ҡайнатылған ҡәһүә онтағы – гөлдәр өсөн бына тигән ашлама. Ул тупраҡты йомшарта. Был маҡсата сәй шамаһын да ҡулланырға мөмкин, тик тупраҡта ваҡ себен барлыҡҡа килеүе ихтимал.
*Мандарин, әфлисун, банан ҡабығы. Банканың өстән бер өлөшөнәсә ваҡланған ҡабыҡтарҙы һалып, тулғансы һыу ҡойорға. Бер тәүлек тотҡандан һуң, ҡабыҡтарҙы алып ташлап, банкаға таҙа һыу өҫтәргә. Цитрус ҡабыҡар өҫөнә – ҡайнар, ә бананға йылымыс һыу алырға кәңәш ителә.
*Көл. Унын составы калий, фосфор, магний, кальций, тимер, цинк һәм көкөрткә бай. Бер аш ҡалағы көлдө бер литр һыуҙа өнәтеп һибергә йәки көлдөң үҙен самалап тупраҡ менән бутарға мөмөкин.
*Һуған ҡабығы микроэлементтарға бай. 50 г смаһы һуған ҡабығына 2 л һыуҡойоп, 10 минут самаһы ҡайнатырға. 3 сәғәт томалағандан һуң һөҙөм һыуытып, гөлдәргә ҡойорға.
Читайте нас