Мораҙым
+12 °С
Ясно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Апреля 2021, 06:56

Танһыҡлаған яҙғы аштар

Яҙ еткән һайын бала саҡ иҫкә төшә, нишләптер. Хәҙер ул үләндәр баҡсала ғына үҫеп ултырһа ла, тәбиғәт ҡосағында, ҡырҙа йыйғаны икенсерәк шул. Йыуа йыйған туғайҙар, ҡуҙғалаҡлы үҙәндәр һағындыра. Танһыҡҡа яҙғы үләндәрҙән бер быуа йәшел аш бешереп ашау ғына һағыныу тойғоларын баҫҡандай була.Яҙғы үләндәрҙән аш-һыу әҙерләү серҙәре менән сайтта танышырһығыҙ.

Яҙ еткән һайын бала саҡ иҫкә төшә, нишләптер. Хәҙер ул үләндәр баҡсала ғына үҫеп ултырһа ла, тәбиғәт ҡосағында, ҡырҙа йыйғаны икенсерәк шул. Йыуа йыйған туғайҙар, ҡуҙғалаҡлы үҙәндәр һағындыра. Танһыҡҡа яҙғы үләндәрҙән бер быуа йәшел аш бешереп ашау ғына һағыныу тойғоларын баҫҡандай була.
Ҡуҙғалаҡ-йыуа ҡалҡыу менән бер тиҫтер балалар талпан-нәмәнән дә ҡурҡып тормай ҡырға сығып китә торғайныҡ. Көтөү ҡаршылаған тау битләүендә элек әтләк тә, йыуа ла күп булды.
Ҡуҙғалаҡ ашы
Яҙғы аштарҙың иң тәмлеһе, иң файҙалыһылыр ул ҡуҙғалаҡ ашы. Уны бешереү ҙә әллә нимә талап итмәй. 2-3 тотам ҡуҙғалаҡ, 3-4 картуф, 2-3 йомортҡа, ярты стакандан әҙерәк ҡаймаҡ, эс майы, 3 тырнаҡтай һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, борос, ҡорот йә ҡатыҡ кәрәк булыр.
Ҡайнап сыҡҡан тоҙло һыуҙа шаҡмаҡлап картуф бешереп, ҡуҙғалаҡ һалабыҙ, эс майын табала иретеп ебәреп, бер баш һуған турап ҡыҙҙырып, ашҡа өҫтәйбеҙ, борос һибәбеҙ. Аш бешеп сыҡҡас, табынға ҡатыҡ (ҡорот) йә ҡаймаҡ һалып, бешкән йомортҡа менән бирәләр.
Йыуалы-ҡуҙғалаҡлы турама
Был тураманы эшләү яп-ябай. Бала саҡтағыса. 3-4 йомортҡаны бешереп, һыуынғас, шаҡмаҡлап турап йә сәнске менән генә иҙәбеҙ. Сөм һауытҡа һалып, самалап тоҙ, мул итеп туралған йыуа, ҡуҙғалаҡ, әтләк ҡушып, яңы айыртылған ҡаймаҡ ҡойоп болғатабыҙ ҙа, витаминлы йәшел турамабыҙ әҙер ҙә.
Йәшел турама
Быныһы инде картуф-ҡыяр менән. Әҙерләү өсөн 3-4 картуф, 3 ҡыяр, бер услам йәшел үләндәр, тәменсә тоҙ, борос, лимон һуты, үҫемлек майы кәрәк.
Картуфты ҡабығы менән мейестә бешереп алабыҙ. Ҡыярҙы ярым түңәрәкләп, картуфты һыуынғас, әрсеп, эре киҫәкләп ҡырҡабыҙ, йыуаны (ниндәй үләндәрегеҙ бар – барыһын да) ваҡлап турайбыҙ. Тоҙ, борос һибәбеҙ. Лимон һуты менән көнбағыш майын яҡшылап болғатып, турамаға ҡоябыҙ. Туҡлыҡлы ғына ризыҡ килеп сыға.
Кесерткән
Кесерткән япраҡтарында С витамины лимонға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк. Шулай уҡ А, В1, В2 витаминдары, минераль тоҙҙар, төрлө органик матдәләр бар. Кесерткән аҡһымында алыштырғыһыҙ 10 аминокислотаның 9-ы бар. Арығанда, ауырыуҙарҙан өҙлөккәндә ул - иң беренсе ярҙамсы. Калий менән кальцийға бай булыуы йөрәкте, ҡан тамырҙарын шифалай. Шәкәр ауырыуын, гемоглобин төшөүен, күҙ ауырыуҙарын дауалағанда ла кесерткән беренсе ярҙамсы. Ҡаны ҡуйы булған кешеләргә генә уны һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә. Кесерткәнле аш артынан ҡан шыйығайтыусы сәйҙәр эсеп ҡуйһағыҙ, зыяны булмаҫ.
Яҙғы аш
Бер тотам кесерткән япрағы (өҫкө яҡтары ғына), 3 картуф, 3 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, тәменсә тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ кәрәк. Ҡайнап сыҡҡан тоҙло һыуға картуф турап һалып, ул бешкәнсе онға йомортҡа һытып, ыумас ыуырға ла, болғата-болғата ашҡа һалырға. Кесерткән япрағын яҡшылап йыуып, эҫе һыу менән бешекләгәс, турап, 2 йомортҡаға ҡушып болғатып, ашҡа өҫтәргә. Табынға ҡатыҡ йә ҡаймаҡ менән бирәләр.
Йәшел ҡоймаҡ
350-400 грамм төрлө үлән (шпинат, кесерткән, балтырған, ҡуҙғалаҡ һәм башҡа), 100 грамм йәшел һуған, 2 стакан һөт, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ аш содаһы, тәменсә тоҙ, үҫемлек майы, ҡаймаҡ йә әсегән һөт (ҡатыҡ булһа ла ярай) кәрәк.
Үләндәрҙе йыуып, бешекләп, ит турағыстан үткәреп, бөтәһен бергә ҡушып ҡоймаҡ ҡамыры туғыйбыҙ ҙа, майлы табала ике яғын ҡыҙартҡансы бешереп алабыҙ.
Йәшел ҡоймаҡ эсенә эремсек тә, бал да, ҡайнатма ла һалырға була.
Кесерткәнле-эремсекле билмән
Бер стакан ондо ике стакан ҡайнаған тоҙло һыу менән болғатып (баш яндырғандағы һымаҡ) ебәрәбеҙ ҙә, һыуынғас, ике-өс аш ҡалағы шыйыҡ май, 2 йомортҡа, кәрәк булһа, он өҫтәп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ул әҙерәк ятып торғансы, эслек әҙерләйбеҙ. Ярты килолай эремсеккә шул сама йәш кесерткән турап ҡушабыҙ, иретелгән эс майына һуған турап ҡыҙҙырып алабыҙ, әҙерәк аҡ май өҫтәйбеҙ, тәменсә тоҙ һибеп, бутайбыҙ. Артыҡ йоҡа итмәй генә ҡамыр йәйеп, ҡәҙимге билмән рәүешендә эшләйбеҙ. Манты формаһында ла эшләргә була, парҙа бешереп алһаң, иҙелмәҫ тә, тишелмәҫ тә. Табынға ҡаймаҡ һалып тороп бирһәң, телде йоторлоҡ ризыҡ.
Ҡуҙғалаҡ бәлеше
Ҡәҙимге бәлеш өсөн ҡамыр баҫып, ҡуҙғалаҡты матур итеп йыуып, ваҡтап турағас, ҡул менән ыуалап, иҙгеләп алабыҙ. Артыҡ ҡалын итмәй генә ҡамыр йәйеп, уға бер балғалаҡ көнбағын майы ҡойоп, шәкәр һибеп ебәрәбеҙ ҙә ҡуҙғалаҡ һалабыҙ. Өҫтөнә тағы әҙерәк шәкәр, он һибеп, икенсе йәймә менән ҡаплап, ситен бөгөп, эҫе мейескә бешерергә ултыртабыҙ. Ҡуҙғалаҡ бәлеше тиҙ бешә. Эслекте алма, артмыт (груша) менән дә эшләргә була, ул саҡта шәкәрҙе әҙерәк һалалар.
Йомортҡалы бәлеш
Ул тәмле, туҡлыҡлы була. Ябай бәлеш ҡамырын сөмөрәк табаға йәйеп, йыуа, ҡуҙғалаҡ, әнис, йәшел һуған турап һалабыҙ, 3-4 йомортҡаны туғып ебәреп, тоҙ, ҡара борос һибеп, бәлеш өҫтөнә ҡоябыҙ ҙа ҡыҙыу мейескә бешерергә ултыртабыҙ.
Ҡуҙғалаҡ менән алма турамаһы
Бер тотам ҡуҙғалаҡты, йәшел һуғанды ваҡлап турайбыҙ, йәшел алманы ҡырғыстан үткәрәбеҙ, тәменсә тоҙ һибеп, ҡаймаҡ һалып бутайбыҙ. Был турамаға редис ҡушып та эшләргә була, ул саҡта һарымһаҡ, әҙерәк ҡара борос та өҫтәйҙәр.
Һүрәттәр асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас