Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын прополис менән дауалап була. Спиртлы төнәтмәне әҙерләү өсөн 10 г прополисты ваҡлап, 100 г спирт ҡоҡорға һәм 30 минут болғатып торорға. Өс көн төнәтергә, тағы болғатырға һәм 2 сәғәткә һалҡынға ҡуйып алдандан һуң ҡағыҙ фильтр аша һөҙөргә. 18-20 көн буйы 15-20 тамсыһын һауғы йәиһә һөткә ҡушып, ашарҙан ярты сәғә алда эсергә.
Ашҡаҙан-эсәк тракты өсөн прополис майы ла файҙалы. Уны әҙерләү өсөн 10 г прополис ваҡланған прополисҡа һыулы банкаға ултыртып йылытылған аҡ майҙы ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашманы шулай уҡ һыулы банкаға ҡуйып һәм туҡтауһыҙ буап тороп 50-60 минут йылытырға. Һуңынан бер ҡат марля аша һөҙөп алырға. Был дарыу ашҡаҙан сей яраһынан һәйбәт. Ауыртыу, ғәҙәттә, 4-5 көндә кәмей, ә 10-12-се көнөнә бөтөнләй бөтә. Дауаланыу өсөн ашарҙан ярты сәғәт алда, һөткә ҡушып, көнөнә өс тапҡыр берәрә балғалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы 18-20 көн.
Был компресты төнгә ҡарай эшләгеҙ. Бер литр һыуҙа бер аш ҡалағы сәй содаһын иретергә. Шунда таҙа сепрәкте сылатырға һәм тубыҡҡа ябырға, өҫтөн полиэтилен ҡапсыҡ менән урарға. 15 минуттан кмпресты алығыҙ һәм тубыҡтарығыҙҙы сайығыҙ. Шунан уларҙы шәл менән урап ҡуйығыҙ.