Мораҙым
+29 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Апреля 2021, 04:37

Уңғандар мартта уҡ помидор ашай

Тәҙрә төбөндә лә йәшелсә үҫтереп була икән ҡышҡыһын. Йомағужала йәшәгән Зәкирә апай Райманова март аҙағында уҡ ҡыҙарып бешкән помидорҙарын тәмләп ҡараған. - Ниндәй сорт икәнен иҫләмәйем, орлоғон алып ҡалғайным. Тәҙрә төбөнә орлоҡландырырға һалғайным былтыр йәй, шул помидор эсендә орлоҡтары үҫеп ятҡан, ҡыҙыҡ өсөн тупраҡҡа төртөп ҡарағайным, үҫте лә китте. Ҡышын бер әҙрәк йонсоп ултырҙы ул, көн оҙая башлағас, нығынып күтәрелде, - ти Зәкирә апай. Ә һеҙ, дуҫтар, тәҙрә төбөндә гөлдән тыш нимәләр үҫтергәнегеҙ бар? Беҙгә яҙығыҙ, һөйләшәйек, фекер алышайыҡ, тәжрибә уртаҡлашайыҡ.

Ҡышын тәҙрә төбөндә лә йәшелсә үҫтереп була. Йомағужала йәшәгән Зәкирә апай Райманова март аҙағында уҡ ҡыҙарып бешкән помидорҙарын тәмләп ҡараған.
- Ниндәй сорт икәнен иҫләмәйем, орлоғон алып ҡалғайным. Тәҙрә төбөнә орлоҡландырырға һалғайным былтыр йәй, шул помидор эсендә орлоҡтары үҫеп ятҡан, ҡыҙыҡ өсөн тупраҡҡа төртөп ҡарағайным, үҫте лә китте. Ҡышын бер әҙрәк йонсоп ултырҙы ул, көн оҙая башлағас, нығынып күтәрелде, - ти Зәкирә апай. Ә һеҙ, дуҫтар, тәҙрә төбөндә гөлдән тыш нимәләр үҫтергәнегеҙ бар? Беҙгә яҙығыҙ, һөйләшәйек, фекер алышайыҡ, тәжрибә уртаҡлашайыҡ.
Читайте нас