Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Апрель 2021, 11:48

Тауыҡ итенән бәлеш

Ҡамыр өсөн: 2 йомортҡа, 250 мл кефир, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 0,5 сәй ҡалағы сода, 3,5 стакан он, 250 гр маргарин. Эслек өсөн: 300 гр үткәрелгән тауыҡ ите, 2 бәрәңге, 3 һуған, тоҙ, онталған ҡара борос. Һауытҡа он һәм йомортҡа һалып болғатабыҙ. Маргаринды иҙәбеҙ, кефирҙы сода менән һүндерәбеҙ. Барыһын да бергә ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ һәм 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Аҙаҡ уны ике өлөшкә бүлеп, беренсеһен табаға йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә эслекте йәйеп, икенсе өлөш ҡамыр менән ҡаплайбыҙ. Духовкала 200 градус температурала 20 минут тирәһе бешә.

Ҡамыр өсөн: 2 йомортҡа, 250 мл кефир, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 0,5 сәй ҡалағы сода, 3,5 стакан он, 250 гр маргарин.

Эслек өсөн: 300 гр үткәрелгән тауыҡ ите, 2 бәрәңге, 3 һуған, тоҙ, онталған ҡара борос.

Һауытҡа он һәм йомортҡа һалып болғатабыҙ. Маргаринды иҙәбеҙ, кефирҙы сода менән һүндерәбеҙ. Барыһын да бергә ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ һәм 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Аҙаҡ уны ике өлөшкә бүлеп, беренсеһен табаға йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә эслекте йәйеп, икенсе өлөш ҡамыр менән ҡаплайбыҙ.

Духовкала 200 градус температурала 20 минут тирәһе бешә.
Читайте нас