Март айында көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә Наурыҙ байрамын билдәләйҙәр. Наурыҙ фарсы теленән тәржемә иткәндә, “яңы көн” (көн менән төн тиңләшкән ваҡыт) тигәнде аңлата. Халҡыбыҙҙа миҙгелгә, аш-һыуға ҡағылған йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр байтаҡ. Милләтебеҙҙең йолаларын халыҡ үҙе тергеҙә, ни бары хәтер яңыртып, үткәнебеҙгә байҡау яһау ҙа етә. Борон баш итенә саҡырышыу тигән киң таралған йола булған. Был үҙенсәлекле йола яҙғыһын, март айында, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта башҡарылған.
Вәсилә апай ҠАРАҒУЖИНА баш итен әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша:
- Элегерәк, мин килен булып төшкән саҡтарҙа яҙғыһын көн йылытып, март урталары етһә, баш итенә саҡырыша торғайнылар. Халҡыбыҙҙың баш итенә йөрөшөү йолаһы шул балаларын, туған-тыумасаһын йыйып алыуға бер сәбәп кенә булғандыр инде. Көҙөн-ҡышын һуғым ашына йөрөшһәләр, йәй бесән, өмә кеүек күмәк эштәр туплаған, ә яҙ шул баш итенә саҡырғандар. Кеше хәҙер баш-тояҡтан төрлө ризыҡ әҙерләргә оҫтарҙы. Март башында көндәр йылытып ебәргәс, баш-тояҡтарҙы өттөрөп, ҡырып йыуып, әҙерләп ҡуялар.
Баш итен мин былай әҙерләйем. Ҡырып, йыуып таҙалағас, һалҡын һыу менән ҡат-ҡат сайҡатып, ите һөйәгенән айырылып, иҙелгәнсе бешерәм. Бешеп сыҡҡас, итен матурлап турайым, һурпаһын бер нисә ҡат һөҙәм дә, урталай ярып ҡына картуф һалам, һуңынан ус аяһындай эре итеп туралған һалмаларҙы (ҡаҙаҡ һалмаһы тип тә йөрөтәләр-авт.) бешереп алам. Табынға картуф менән һалма ҡатыштырып, өҫтөнә тоҙлоҡ ҡойоп бирәм. Һурпаһын эсмәйбеҙ, ҡойҡа тәме килә. Ә тояҡтарҙан һерелдәк (холодец) эшләйем. Тояҡтар бешеп сыҡҡас, итен айырып, ваҡлап турап, кире һурпаһына һалып, әҙерәк ҡайнатып алам. Борсаҡлы ҡара борос, тәменә ҡарап тоҙ, лавр япрағы, һуған йә һарымһаҡ һалып, тағы ла ярты сәғәт тирәһе ҡайнатам. Оҡшатҡандар бүрттереп дөгө йә тары ярмаһы ла һалалар. Һуңынан сөм тәрилкә, сеүәтә кеүек һауыт-һабаларға ҡойоп, һыуыҡҡа сығарам. Дүрт-биш сәғәттән һерелдәк әҙер ҙә була. Өҫтәлгә ҡапылғара кеше килгәндә картуф йә быҡтырылған кәбеҫтә менән бирһәң, үҙе бер дан ризыҡ инде.
Борон баш итен Ҡөрьән ашына тип айырып алып ҡалып, әруахтарға аят бағышлатҡандар, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ғына һыйлағандар.