100 г аҡ май (йомшаҡ),
100 г ҡаты сыр,
100 мл һөт,
250 г он,
1/2 балғалаҡ тоҙ,
1/3 балғалаҡ сода.
Барлыҡ ингредиенттарҙы бергә ҡушып ҡамыр баҫырға ла 15 минут ял бирергә.
Ҡамырҙы дүрткел формала йәйеп, буй-буй итеп киҫергә. Спираль рәүешендә өйрөлтөп формаға теҙеп сығырға.
180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 15 минут бешерергә.
Ашығыҙ тәмле булһын!