Эсһәң буҙа – белмәҫһең ыҙа
Тарихтан билдәле булыуынса, башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғас, йәннәткә тиң ерҙәребеҙҙә күпләп араҡы шарап заводтары төҙөлә. Буҙаһы, һитә балы, ҡымыҙы, айраны менән көн күргән халыҡты ят эсемлектәргә күндереү төрлө саралар аша нисек тә тормошҡа ашырыла. Бәхеткә күрә, халҡыбыҙ араҡының ни тиклем аң-аҡылды томалағанын аңлап, үҙебеҙҙең хәләл ризыҡтарыбыҙға йөҙө менән боролоуы бик шат күренеш. Алдынғы ҡарашлы зыялыларыбыҙҙың тырышлығы менән халыҡ араһында һаҡланып ҡалған тәбиғи милли эсемлектәребеҙҙе әҙерләү серҙәре, йолалары тергеҙелде.
Буҙа –ҡымыҙ һымаҡ уҡ бик күп төрки халыҡтарҙың милли эсемлеге. Был шифалы эсемлекте башҡорттар ҙа, ҡырғыҙҙар ҙа, татарҙар ҙа,төрөктәр ҙә ярата.
Уны эшләү ысулдары бихисап, төрлө милләттә, төрлө ерлектә уны төрлөсә эшләйҙәр. Шулай ҙа иң киң таралған һәм иң боронғо ысулдарҙың береһе - башҡорт буҙаһы.
Ҡуҙланып ятҡан мейестә ҡыҙҙырылған һолонан асыҡ һауала усаҡта ҡайнатылған буҙа айырыуса тәмле килеп сыға. Әскелтем булып өлгөрөп еткән буҙаға төтөн еҫе һеңеп, үҙенсәлекле ыҫланған тәм килеп торорға тейеш, тиҙәр ололар.
Һолоно тәүҙә таҙалап, йыуып, әсе тәме бөтһөн өсөн, эҫе мейестә ҡыҙҙырып алаһың. Әҙер “Геркулес” ярмаһынан да эшләргә мөмкин, тик был осраҡта буҙа аҡһылыраҡ төҫтә буласаҡ, ә тәмендә әллә ни айырмаҡ юҡ. Һолонан эшләнгән буҙа көрәнһыу төҫтә була.
Ҡаҙанда малдың эс майын йә һары майҙы иретеп, тартылған һоло онон һалып, һыу ҡойоп, талғын ғына утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатаһың. Ярты килограмм һоло онона дүрт литр тирәһе һыу алына. Ҡуйыраҡ булһын тиһәң, бер стакан бойҙай оно йә талҡан ҡушаһың. Әҙер булған буҙа ҡайнатмаһын уңайлы һауытҡа ҡойоп, һыуына биргәс, тиҙ өлгөрһөн өсөн әсетке, 1-2 стакан тирәһе шәкәр ҡомо өҫтәйһең дә, ике-өс көнгә йылы урынға ултыртаһың. Әсеп сыҡҡас, иләк аша бер нисә тапҡыр һөҙәһең, ҡуйыраҡ булһа, ҡайнап һыуынған һыу өҫтәргә була. Оҡшатҡандар иретелгән һары май йә йәш ҡаймаҡ та ҡушалар.
Буҙа туҡлыҡлы ғына түгел, һаулыҡ өсөн файҙалы ла. Уны бөйөр, ашҡаҙан, бауыр, үт ҡыуығы эшмәкәрлеге боҙолғанда, нерв системаһы, иммунитет ҡаҡшағанда, организмды шлактан таҙартыу, һаулыҡты нығытыу , көс туплау өсөн эсәләр.