Мораҙым
+25 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Декабря 2020, 12:24

Үгеҙ салаты

Кәрәк:Картуф – 5 шт., 1 консерва балыҡ (сайра, сардина, горбуша), 1 кишер, 4-5 йомортҡа, 1 баш һуған, майонез, тоҙ.Биҙәү өсөн: маслиндар, йәшел үлән, ҡара икмәк, лимон йәки апельсин бер өлөшө.Әҙерләү: картуф, кишер һәм йомортҡаны алдан бешереп алабыҙ.Консервалағы балыҡты майы менән бергә иҙергә, һуғанды ныҡ әсе булмаһын өсөн ҡайнар һыуға бер аҙ ваҡытҡа һалып торорға.Шулай итеп, салаты йыя башлайбыҙ.Тәүге ҡатыны – картуф, әҙерәк майонез һылайбыҙ.Икенсе ҡатына – балыҡ;Өсөнсө ҡат – һуған;Дүртенсеһе – йомортҡаның ағы, әммә бер йомортҡаның ағын ҡалдырабыҙ, һәр ҡатҡа майонез һылайбыҙ.Бишенсе ҡат – кишер. Шунан тәҡдим ителгн һүрәткә ҡарап, үгеҙҙең томшоғон йомортҡаның ағы, күҙҙәрен һәм танауҙарын маслин менән эшләйбеҙ. Беҙҙең үгеҙҙең ҡолаҡтары ҡара икмәктән була.Ашығыҙ тәмле, байрамығыҙ йәмле булһын!

Кәрәк:
Картуф – 5 шт., 1 консерва балыҡ (сайра, сардина, горбуша), 1 кишер, 4-5 йомортҡа, 1 баш һуған, майонез, тоҙ.
Биҙәү өсөн: маслиндар, йәшел үлән, ҡара икмәк, лимон йәки апельсин бер өлөшө.
Әҙерләү: картуф, кишер һәм йомортҡаны алдан бешереп алабыҙ.
Консервалағы балыҡты майы менән бергә иҙергә, һуғанды ныҡ әсе булмаһын өсөн ҡайнар һыуға бер аҙ ваҡытҡа һалып торорға.
Шулай итеп, салаты йыя башлайбыҙ.
Тәүге ҡатыны – картуф, әҙерәк майонез һылайбыҙ.
Икенсе ҡатына – балыҡ;
Өсөнсө ҡат – һуған;
Дүртенсеһе – йомортҡаның ағы, әммә бер йомортҡаның ағын ҡалдырабыҙ, һәр ҡатҡа майонез һылайбыҙ.
Бишенсе ҡат – кишер.
Шунан тәҡдим ителгн һүрәткә ҡарап, үгеҙҙең томшоғон йомортҡаның ағы, күҙҙәрен һәм танауҙарын маслин менән эшләйбеҙ. Беҙҙең үгеҙҙең ҡолаҡтары ҡара икмәктән була.
Ашығыҙ тәмле, байрамығыҙ йәмле булһын!
Читайте нас