Яңы йыл – ғаилә байрамы. Хужабикә кемдең ниндәй ризыҡ яратҡанын яҡшы белә. Был табында ла һәр кем үҙе хушһынған тәғәмде ауыҙ итергә теләйҙер. Ә инде Яңы йыл табынын яңы һый менән дә байытҡығыҙ килһә, беҙ тәҡдим иткән аш-һыуға ла күҙ һалығыҙ.
Белеүегеҙсә, 2021 йыл – Һыйыр йылы. Көнсығыш йондоҙнамә буйынса, Тимер Үгеҙ йылы тип тә йөрөтәләр. Тимәк, Яңы йыл табынында һыйыр итенән әҙерләнгән ризыҡтар йәм дә, тәм дә өҫтәйәсәк. Һуғымдар һуйылды, бешеренеүе лә әллә ни мәшәҡәт түгел.
300 грамм һум иткә 800 г күсәнле аҡ кәбеҫтә, ярты стакан дөгө ярмаһы (арпа, тары, ҡарабойҙай алһағыҙ ҙа була, 1 баш һуған, 1 аш ҡалағы он, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ һәм 2 аш ҡалағы май алына.
Ярманы бүрттергәс, һыуытырға ла ит турағыстан үткәрелгән ит менән ҡатыштырырға. Уға ваҡлап туралған һәм еңелсә генә ҡыҙҙырылған һуған өҫтәргә, тоҙ һәм борос һибергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта кәбеҫтә япраҡтарын ҡайнап торған һыуҙа 5-7 минут самаһы бешереп һыуытҡас, таҡта өҫтөнә йәйеп, һабаҡлы урындарын туҡмас таяғы менән йомшартырға кәрәк. Ярма ҡушылға итте һалып, колбаса һымаҡ итеп төрөргә лә, табала майҙа ҡыҙҙырғандан һуң кәстрүлгә теҙеп һалырға. Һуңынан долма ҡыҙған табаға ҡаймаҡ, томат-пюре, бер стакан һыу, тоҙ, он һалып ҡайнатып сығарырға һәм долма өҫтөнә ҡойорға. Ҡапҡасын ҡаплап, һүрән генә утта йә мейестә быҡтырып бешерергә. Табынға йәшел тәмләткестәр йә берәй төрлө соус менән бирергә була.