Мораҙым
+14 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
8 Декабря 2020, 07:23

Шыршы энәләре ҡойолмаһын тиһәң

Шыршыһыҙ Яңы йыл буламы инде? Бигерәк тә балалар байрамды түҙемһеҙлек менән көтә шыршы биҙәү мәлен.Әлбиттә, хәҙер яһалма шыршыларҙың да әллә нисәмә төрлөһө бар. Һауытта үҫеп ултырған тере шыршыларға ла өҫтөнлөк биреүселәр күп һуңғы йылдарҙа. Ҡырҡылғанын һатып алыусылар ҙа бар. Бына шул һатып алынған шыршы хуш еҫе менән оҙаҡ ҡыуандырып ултырһын өсөн, уны бағып та торорға кәрәк. Шыршыны биҙәр алдынан уны бер аҙ тоҙ, шәкәр, бер –ике төймә аспирин һалынған һыулы биҙрәлә тотоғоҙ. Ағасты крестовина менән нығытып ултыртығыҙ. Ҡырҡылған еренә иретелгән парафин һөртөгөҙ. Олоно урталай бер аҙ ҡырҡып, һыулы йөн сепрәк тығырға ла була. Уны даими һыу менән сылатып торғанда ҡупшыҡай оҙаҡ бирешмәҫ.Байрам үткәс, ағасты сүплеккә ырғытырға ашыҡмағыҙ. Унан бынамын тигән шифалы миндек тә сыға. Мунсала эҫе һыуҙа ебетеп сабынһаң да, төнәтмәһе менән сайынһаң да, һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шыршыһыҙ Яңы йыл буламы инде? Бигерәк тә балалар байрамды түҙемһеҙлек менән көтә шыршы биҙәү мәлен.
Әлбиттә, хәҙер яһалма шыршыларҙың да әллә нисәмә төрлөһө бар. Һауытта үҫеп ултырған тере шыршыларға ла өҫтөнлөк биреүселәр күп һуңғы йылдарҙа. Ҡырҡылғанын һатып алыусылар ҙа бар. Бына шул һатып алынған шыршы хуш еҫе менән оҙаҡ ҡыуандырып ултырһын өсөн, уны бағып та торорға кәрәк.
Шыршыны биҙәр алдынан уны бер аҙ тоҙ, шәкәр, бер –ике төймә аспирин һалынған һыулы биҙрәлә тотоғоҙ. Ағасты крестовина менән нығытып ултыртығыҙ. Ҡырҡылған еренә иретелгән парафин һөртөгөҙ. Олоно урталай бер аҙ ҡырҡып, һыулы йөн сепрәк тығырға ла була. Уны даими һыу менән сылатып торғанда ҡупшыҡай оҙаҡ бирешмәҫ.
Байрам үткәс, ағасты сүплеккә ырғытырға ашыҡмағыҙ. Унан бынамын тигән шифалы миндек тә сыға. Мунсала эҫе һыуҙа ебетеп сабынһаң да, төнәтмәһе менән сайынһаң да, һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһар.
Читайте нас