Мораҙым
+16 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
8 Декабря 2020, 07:43

Мандарин нимәнән файҙалы?

Яңы йылды төп атрибуттарының береһе шыршы булһа, унан ҡала мандарин. Витаминға бай был емешкә битарафтар бармы икән? Юҡтыр. Уның составында минералдар бик күп. Көнөнә бер-икене ашаһаң да, күҙ нервыһы эшмәкәрлеге яҡшыра. Ашҡаҙан өсөн дә файҙалы. Аппетитты күтәрә, аш эшкәртеү процесын көйләй; үт ҡыуығында һәм бауырҙа үҙгәрештәр булғанда майҙы үҙләштереүгә ыңғай йоғонто яһай; эсәктәр өсөн файҙалы матдәләрҙең күп булыуы дисбактериоздан килешә, метеоризмдан, эс ҡатыуҙан, диареянан файҙаһы тейә. Бының өсөн бер ике емеш ашау ҙа етә.Төрлө инфекция ауырыуҙарынан көнөнә өс тапҡыр ярты стакан мандарин һуты эсергә мөмкин. Һалҡын тейҙереп ауырығанда берәр стакан эсһәң дә ярай. Емеш составындағы аскорбин, лимон кислотаһы, цинк һәм фосфор простата биҙе эшмәкәрлеген, күрем циклын көйләй. Тик был емеште саманан артыҡ ашарға ярамай. Юғиһә, аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Ашҡаҙан-эсәктәрҙең лайлалы ҡатламын елһетеүе лә мөмкин, ашҡаҙан һәм бөйәндең сей яраһы булғанда мандарин ашарға ярамай. Шулай уҡ бөйөрҙә таш булғанда цитрустарҙан баш тартырға кәрәк (таш ҡуҙғалһа, оператив юл менән генә дауаларға ҡала). Юҡҡа ғына халҡыбыҙ “Сама белһәң – дарыу, сама белмәһәң –ағыу” тип әйтмәгән.Мандаринға һүрәттәге һымаҡ элгес беркеткәндә инде уны уйынсыҡ урынына шыршыға элергә була. Өйгә хуш еҫе лә таралыр, һауаны ла таҙартыр.

Яңы йылды төп атрибуттарының береһе шыршы булһа, унан ҡала мандарин. Витаминға бай был емешкә битарафтар бармы икән? Юҡтыр. Уның составында минералдар бик күп. Көнөнә бер-икене ашаһаң да, күҙ нервыһы эшмәкәрлеге яҡшыра. Ашҡаҙан өсөн дә файҙалы. Аппетитты күтәрә, аш эшкәртеү процесын көйләй; үт ҡыуығында һәм бауырҙа үҙгәрештәр булғанда майҙы үҙләштереүгә ыңғай йоғонто яһай; эсәктәр өсөн файҙалы матдәләрҙең күп булыуы дисбактериоздан килешә, метеоризмдан, эс ҡатыуҙан, диареянан файҙаһы тейә. Бының өсөн бер ике емеш ашау ҙа етә.
Төрлө инфекция ауырыуҙарынан көнөнә өс тапҡыр ярты стакан мандарин һуты эсергә мөмкин. Һалҡын тейҙереп ауырығанда берәр стакан эсһәң дә ярай. Емеш составындағы аскорбин, лимон кислотаһы, цинк һәм фосфор простата биҙе эшмәкәрлеген, күрем циклын көйләй.
Тик был емеште саманан артыҡ ашарға ярамай. Юғиһә, аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Ашҡаҙан-эсәктәрҙең лайлалы ҡатламын елһетеүе лә мөмкин, ашҡаҙан һәм бөйәндең сей яраһы булғанда мандарин ашарға ярамай. Шулай уҡ бөйөрҙә таш булғанда цитрустарҙан баш тартырға кәрәк (таш ҡуҙғалһа, оператив юл менән генә дауаларға ҡала).
Юҡҡа ғына халҡыбыҙ “Сама белһәң – дарыу, сама белмәһәң –ағыу” тип әйтмәгән.
Мандаринға һүрәттәге һымаҡ элгес беркеткәндә инде уны уйынсыҡ урынына шыршыға элергә була. Өйгә хуш еҫе лә таралыр, һауаны ла таҙартыр.
Читайте нас