Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Ноябрь 2020, 16:34

Кәйефегеҙҙе күтәргегеҙ килһә, һары мәтрүшкә сәйе эсегеҙ!

Ниһайәт, ҡырпаҡ ҡарҙары менән ҡыуандыра ҡырпағай. Яңы ғына көҙ ине, күҙ асып йомған арала ҡышы ла етергә тора. Көндәр ҙә һалҡынайта тип вәғәҙәләйҙәр. Ошо һыуыҡта йәй буйы йыйған үлән сәйҙәрен эсеп шифаһын табайыҡ.

Ниһайәт, ҡырпаҡ ҡарҙары менән ҡыуандыра ҡырпағай. Яңы ғына көҙ ине, күҙ асып йомған арала ҡышы ла етергә тора. Көндәр ҙә һалҡынайта тип вәғәҙәләйҙәр. Ошо һыуыҡта йәй буйы йыйған үлән сәйҙәрен эсеп шифаһын табайыҡ.
Дарыу үләндәрен йыйыу оҫтаһы Аҫылбикә апай Мәжитованың сәхифәһендә иһә тотош сәхрә!
- Һары мәтрүшкә (зверобой) күп йыллыҡ дарыу үләне. Нимәнән шифалы тейһегеҙме? Ҡайһы бер үлән тураһында бөтөн ауырыуҙарҙан тип әйтке килә. Һары мәтрүшкә төнәтмәһен үт ҡыуығы, ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙарынан, ауыртыныуҙы баҫыр өсөн ҡулланалар. Микробтарға, инфекцияға ҡаршы торорға булышлыҡ итә, тынысландыра, ҡан тамырҙарын нығыта. Цистит, йөрәк сирҙәренән, йүтәлдән дә ярҙам итә, паразиттарҙы ҡыуа.
Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға файҙалы. Ҡомалаҡ сәскәһен бергә – бер күләмендә ҡушып эскәндә ауыртыныуҙа баҫа, стрессты еңеләйтә, өлкәнерәк ҡатындарға гормон кимәлен көйләргә ярҙам итә.
Кире тәьҫире лә бар һары мәтрүшкәнең. Ҡан баҫымы юғары булғандарға, альцгеймер, психик ауырыуҙар булғандарға ҡулланырға ярамай. Ҡояштан аллергияһы булғандарға иһә ҡояшһыҙ көндәрҙә генә эсергә кәңәш ителә. Ә бына тән температураһы юғары булғанда һары мәтрүшкә төнәтмәһен эсергә ярамай.
Был үләнде шулай уҡ башҡа төрлө дарыу үләндәренең тәьҫир көсөн арттырыу өсөн дә ҡушып эсәләр. Юҡҡа ғына халыҡ уны 99 сирҙән дауа тимәгән бит.
Һары мәтрүшкә буяу өсөн дә файҙаланыла. Нимәһе ҡыҙыҡ – унан төрлө төҫ сығарып була.
Кәйефегеҙҙе күтәргегеҙ килһә, һары мәтрүшкә сәйен эсегеҙ, сөнки ул шатлыҡ гормоны бүлеп сығара, ә был ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә бик тә кәрәкле, - тип кәңәштәре менән уртаҡлаша Аҫылбикә апай.
Читайте нас: