Берәй кеше менән һөйләшкәндә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр әле: йә танауын тырнай, йә устарын ыуалай, ҡулдарына урын таба алмай аҙаплана, ҡарашын ситкә йәшерә. Психологтар билдәләүенсә, ошо тәүге ҡарашҡа әллә ни мөһим булмаған ым-ишаралар кемдең кем икәнлеген асып бирә лә инде.
Мәҫәлән, әңгәмәләшегеҙ һөйләшкәндй устарын өҫкә ҡаратып, асыҡ итеп тота икән – был уның асыҡ, алсаҡ кеше булыуын күрһәтә.
Әгәр үҙе лә һиҙмәҫтән танауына ҡағыла йә тырнай икән – ул һеҙгә ышанмай.
Ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсоһа йә усында нимәлер уйната икән – нимәгәлер борсола, ояла.
Баштың төрлө өлөшөнә ҡағылыу – әңгәмәсе өсөн оялыу.
Устарын йомарлау – асыу билдәһе.
Әгәр ҡаршығыҙҙа торған кеше һеҙҙең менән әңгәмә ваҡытында өҫтөндәге сүп-сарҙы һыпыра йә итәктәрен рәтләй икән – һеҙҙең һүҙҙәрҙәнурын тапмай ыуалана, үҙендә ҡалдырмаҫ өсөн кемгәлер еткерергә теләй.
Күҙ ҡабаҡтарына ҡағылыу – шикләнеүҙе белдерә.
Эйәккә ҡағылыу – һығымта яһау.
Әгәр ҙә әңгәмәләшегеҙ һеҙ һөйләгәндә башын ситкә һалып тыңлай икән – иғтибарлы булыуын күрһәтә.
Ә бына һеҙ һөйләгәндә ситкә ҡарағандар –хәйләкәр, алдаҡсы һәм аҫтыртын кешеләр.
Һөйләшкәндә ике ҡул менән өҫтәлгә таяныу - һөйләшеүҙән ҡасырға теләү йәки әңгәмәләш менән уртаҡ тел таба алмауҙы сағылдыра.
Бармаҡтарҙы бер-береһенә һалып, ыуаланыу – әңгәмәләш тураһында тыуған насар уйҙарҙан арынырға теләү.
Ҡулдарҙы, аяҡтарҙы бер-береһенә һалыу – әңгәмәләштән һаҡланыуҙы күрһәтә.
Шулай итеп, иғтибарлы булһағыҙ, алдығыҙҙа кем торғанын асыҡ тойорһоғоҙ.