Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Ноябрь 2020, 12:16

Һуғым һуйыр мәл етә

Көн һыуытып, ҡар ныҡлап ятҡас, ноябрь аҙағы - декабрь башында ауыл халҡы һуғым һуя башлай. Өмәгә, ғәҙәттә, туғандар, күрше-күләндәр йыйыла. Электән һыналған, еңел ҡуллы салыусы саҡырыла. Сөнки мал бысаҡлаған кешенең күңеленән, ҡулынан иттең татлы булыу-булмауы тора. Ҡаты күңелле кеше салһа, ит тә ҡаты булһа тигән ышаныс бар халыҡта. Киске һуғым ашына ит тә мул һалына. Һыйыр һуйһалар - тултырма, йылҡы икән - ҡаҙы әҙерләү мотлаҡ. Әгәр былары булмаһа, ғәйеп һанала. Салыу һөйәген салған кешегә бирәләр.

Көн һыуытып, ҡар ныҡлап ятҡас, ноябрь аҙағы - декабрь башында ауыл халҡы һуғым һуя башлай. Өмәгә, ғәҙәттә, туғандар, күрше-күләндәр йыйыла. Электән һыналған, еңел ҡуллы салыусы саҡырыла. Сөнки мал бысаҡлаған кешенең күңеленән, ҡулынан иттең татлы булыу-булмауы тора. Ҡаты күңелле кеше салһа, ит тә ҡаты булһа тигән ышаныс бар халыҡта.
Киске һуғым ашына ит тә мул һалына. Һыйыр һуйһалар - тултырма, йылҡы икән - ҡаҙы әҙерләү мотлаҡ. Әгәр былары булмаһа, ғәйеп һанала. Салыу һөйәген салған кешегә бирәләр.
- Һуғым ите һимеҙ булған, ите лә татлы икән, ризыҡҡа яҙһын, - тип теләк теләйҙәр.
Ҡаҙы төрҙәре
Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йылҡы малының ҡабырға һәм ҡорһаҡ ите өҫтөнә үргән майынан (ҡайһы бер осраҡта ите менән бергә) эшләнгән колбаса "ҡаҙы", "ҡаҙылыҡ" йәки "ҡабырғалы ҡаҙы" тип атала. Яңы һуйылған итте ҡабырғанан таҫмалап айырып алып тоҙлағас, туҡымаға төрөп әҙерәк һыуыҡта тотҡас, эсәк эсенә тултыралар. Ҡайһы бер көньяҡ төбәктәрҙә, Урал аръяғында, шулай уҡ таулы райондарҙа ҡабырғалы ҡаҙыны тоҙлап, ҡаҡлап
һаҡлайҙар. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа иһә ҡаҙының бер төрөн эшләгәндә йылҡының түш һәм ҡабырға итен таҫмалап алып тоҙлайҙар һәм эсәк эсенә
тултыралар, ә ҡабырғаһын тыш яҡтан ҡалдыралар. Был төр ҡаҙы борон лапаҫ аҫтында ҡаҡланған. Шулай уҡ ҡабырғалы итте эсәк эсенә һалмайынса ла ҡаҡлап йә ыҫлап һаҡлағандар.
Ҡаҙы өс төргә бүленә: майлы ҡаҙы, уны эшләгәндә тоҙҙан башҡа бер нәмә лә өҫтәмәгәндәр;
ҡабырғалы ҡаҙы - ҡабырға майы ҡушып эшләнә, бер аҙ ит өҫтәйҙәр һәм эсәккә тултыралар, ни тиклем майлыраҡ, шул тиклем тәмлерәк була;
ҡаҙы ял (ял) – йылҡы малының елкә буйындағы май ҡатламы -уны ял төбөнән таҫмалап ҡырҡып алып әҙерләйҙәр, һеңеренән айырып алалар һәм эсәк эсенә тултырып тормайынса бешерәләр.

Башҡорт телендә йылҡы малының ҡабырға һәм ҡорһаҡ ите өҫтөнә үргән майы һәм ҡабырға ите "ҡаҙы" тип атала. Ә унан эшләнгән колбасаны "ҡаҙы" йәки "ҡаҙылыҡ" тип йөрөтәләр.
Читайте нас: