Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Ноябрь 2020, 12:57

Ейгән ризығың шифа булһын

Сәтләүек, йөҙөм, сырҙы көн һайын ҡулланыу нервы системаһын яҡшырта, талсығыуҙы бөтөрә, баш ауыртыуын баҫа, йөрәк мускулдарын нығыта, бауыр сирҙәренән файҙалы. Бер ашағанда ниндәй булһа ла 30 грамм, йәғни бер ус тирәһе сәтләүек, 20 г йөҙөм, шул уҡ күләмдә сыр ашарға кәрәк. Алма иһә быуынға тоҙ ултырыу, ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы. Орлоғонда йод күп. Көн һайын 5 бөртөк орлоҡ ашаһаң, йодҡа ҡарата ихтыяж тулыһынса ҡәнәғәтләндерелә. Был емештә шулай уҡ тимерҙең күп булыуы аҙ ҡанлылыҡ менән интегеүселәргә алыштырғыһыҙ дауалау сығанағы булып тора. Бының өсөн көнөнә ярты кило алма ашарға кәрәк. Кәбеҫтә лә витаминдар сығанағы. Унда С витамины күп. Шулай уҡ нервы системаларына яҡшы тәьҫир итеүсе һәм көҙгө депрессиянан һаҡларҙай В, хәтерҙе яҡшыртыусы РР витаминдары ла етәрлек. Ә ундағы метилметионин ашҡаҙан сей яраһы ауырыуынан килешә. Табиптар ҙа шуға ашҡаҙандары ауыртҡан кешеләргә кәбеҫтә һуты эсергә тәҡдим итә.

Сәтләүек, йөҙөм, сырҙы көн һайын ҡулланыу нервы системаһын яҡшырта, талсығыуҙы бөтөрә, баш ауыртыуын баҫа, йөрәк мускулдарын нығыта, бауыр сирҙәренән файҙалы. Бер ашағанда ниндәй булһа ла 30 грамм, йәғни бер ус тирәһе сәтләүек, 20 г йөҙөм, шул уҡ күләмдә сыр ашарға кәрәк.
Алма иһә быуынға тоҙ ултырыу, ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы. Орлоғонда йод күп. Көн һайын 5 бөртөк орлоҡ ашаһаң, йодҡа ҡарата ихтыяж тулыһынса ҡәнәғәтләндерелә. Был емештә шулай уҡ тимерҙең күп булыуы аҙ ҡанлылыҡ менән интегеүселәргә алыштырғыһыҙ дауалау сығанағы булып тора. Бының өсөн көнөнә ярты кило алма ашарға кәрәк.
Кәбеҫтә лә витаминдар сығанағы. Унда С витамины күп. Шулай уҡ нервы системаларына яҡшы тәьҫир итеүсе һәм көҙгө депрессиянан һаҡларҙай В, хәтерҙе яҡшыртыусы РР витаминдары ла етәрлек. Ә ундағы метилметионин ашҡаҙан сей яраһы ауырыуынан килешә. Табиптар ҙа шуға ашҡаҙандары ауыртҡан кешеләргә кәбеҫтә һуты эсергә тәҡдим итә.
Читайте нас: