Талап ителә: 0,5 кг он, 2 йомортҡа, 250 г маргарин, 2 ҡалаҡ бал, бер стакан шәкәр, ярты балғалаҡ аш содаһы, бер һауыт ҡуйыртылған һөт.
Онға туғылған йомортҡаны бал, шәкәр, маргарин менән ҡушып баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы 6-7 сантиметр ҡалынлыҡта түңәрәкләп йәйеп, 180 градусҡа тиклем эҫетелгән мейескә ҡуябыҙ. 20–25 минуттан ул бешеп тә сыға. Өҫтөнә ҡуйыртылған һөт яғабыҙ (ҡуйыртылған һөттө һауыты менән һыуҙа ҡайнатырға йәки әҙер ҡайнатылғанды һатып алырға). Шулай уҡ өҫтөн ыуылған печенье вағы, йөҙөм, өрөк йәки сәтләүек онтағы менән биҙәргә мөмкин.