Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
4 Ноябрь 2020, 22:39

Эремсектән кекс

Кәрәк: 200 гр эремсек, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 аш ҡалағы аҡ май, 1 ст он, 1 ст шәкәр, ½ сәй ҡалағы сода, самалап тоҙ.

Кәрәк: 200 гр эремсек, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 аш ҡалағы аҡ май, 1 ст он, 1 ст шәкәр, ½ сәй ҡалағы сода, самалап тоҙ.
Һауытҡа эремсек, йомортҡа, ҡаймаҡ, аҡ май, он, шәкәр, сода һәм тоҙ ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ҡамыр ҡаймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ килеп сыға. Яратҡандар йөҙөм ҡушһа ла була. Массаны майланған формаларға һалып, 180 градуста духовкала бешерәбеҙ. Шырпы таяҡсаһын тығып, бешкәнлеген тикшереп ҡараһағыҙ ҙа була.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: