Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
2 Ноябрь 2020, 14:15

Тиҙ әҙерләнә торған итле бәлеш

1 стакан кефирға ярты сәй ҡалағы сода һалып туҡыйбыҙ. 5 минуттай ултыртып торғас, уға 2 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ һәм 1 стакан он һалып шыйыҡ ҡамыр әҙерләйбеҙ. Майланған табаға ҡамырҙың яртыһын ҡойорға ла, өҫтөнә фарш һалғас, ҡалған яртыһын ҡойоп ҡайнар духовкала 40 минут тирәһе бешереп алырға.

Фарш әҙерләү: 300 грамм һарыҡ йәки һыйыр итен ит турағыс аша үткәреп, 2 баш һуған, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос һалып бутарға кәрәк.Һуғанды ҡыҙҙырып ҡушһаң тағы тәмлерәк буласаҡ.
Фото: life-hacky.ru
Читайте нас: