Файҙалы эсемлек тәндән тоҙҙо йыуып сығара, эшләү көсөн арттыра, ҡанды таҙарта, иммунитетты яҡшырта, ҡан тамырҙарын нығыта. Йөрәкте бик яҡшы нығыта. Артыҡ ауырлыҡты кәмәйтергә ярҙам итә, матдәләр үҙләшеүен яҡшырта. Ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуҙарынан яҡшы. Бөтә тәнде зарарлы матдәләрҙән таҙарта.
Үтә күренеп торған шешәгә 12 һарымһаҡ тешен һалырға, һәр береһе 4 өлөшкә бүленгән булһын. Өс стакан ҡыҙыл вино ҡойорға. Ябырға һәм ҡояшлы тәҙрә төбөнә ике аҙнаға ҡуйып торорға. Көн һайын 2-3 тапҡыр шешәне һелкетеп торорға. Аҙаҡ һөҙөргә һәм үтә күренмәгән шешәгә ҡойоп ҡуйырға.
Ай дауамында көнөнә 3 тапҡыр 1-әр сәй ҡалағы менән эсергә.