Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
2 Ноябрь 2020, 17:31

Балан емешен боронғолар юҡҡа һайламаған

Баланды ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән косметик сара булараҡ ҡулланған. Балан емешен улар юҡҡа ғына һайламаған, сөнки ул борондан һаулыҡ емеше булараҡ дан алған. Балан төнәтмәһен, сәйҙәрен иммунитетты күтәреү, йүтәлдән ҡотолоу өсөн ҡулланһалар, был емештән эшләнгән маскалар тиренең төрлө проблемаларынан ҡотолорға мөмкинлек бирә икән. Көҙ, бер аҙ туңдырып алғандан һуң йыйылған балан емештәрендә файҙалы витаминдар күп була: фосфор, магний, йод, тимер, органик кислоталар, эфир майҙары. Балан бит тиреһен йомшарта, пигмент таптарҙы бөтөрә, уны тынысландыра, сафландыра.

Балан

Баландан биткә маска

Иләк аша үткәрелгән 3 балғалаҡ балан емеше, 1 балғалаҡ эремсек, 1 йомортҡа һарыһы, 1 балғалаҡ һоло оно алына. Ошоларҙың барыһын да бергә һалып бутарға. Биткә, муйынға һылап, 20 минутҡа ҡалдырырға ла йылы һыу менән йыуырға. Был масканы аҙнаһына бер мәртәбә эшләһәң була.
Фото: интернет.
Читайте нас: