Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Октябрь 2020, 16:35

Сөгөлдөрҙән салат

Витаминға бай, файҙалы салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар! Салат өсөн ике сөгөлдөр, грек сәтләүеге, анар емештәре, ике тырнаҡ һарымһаҡ, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1/4 сәй ҡалағы хмели-сунели тәмләткесе, тоҙ кәрәк. Башта сөгөлдөрҙө бешереп әрсейбеҙ. Эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Шунан ҡаймаҡ өҫтәп тоҙлайбыҙ. Грек сәтләүеген табала йәки мейестә киптереп, ваҡлап, сөгөлдөргә өҫтәйбеҙ. Ә һарымһаҡты иҙеп салатҡа һалабыҙ. Хмели-сунели тәмләткесе һибәбеҙ ҙә һәйбәтләп болғатабыҙ. Салат һауытына бушатабыҙ ҙа, анар емештәре, грек сәтләүеге менән биҙәп, өҫтәлгә бирергә мөмкин. Бер нисә сәғәт һыуытҡыста тотоп ашаһаң бигерәк тә тәмле була. Ашығыҙ тәмле булһын!


Витаминға бай, файҙалы салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Салат өсөн ике сөгөлдөр, грек сәтләүеге, анар емештәре, ике тырнаҡ һарымһаҡ, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1/4 сәй ҡалағы хмели-сунели тәмләткесе, тоҙ кәрәк.

Башта сөгөлдөрҙө бешереп әрсейбеҙ. Эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Шунан ҡаймаҡ өҫтәп тоҙлайбыҙ. Грек сәтләүеген табала йәки мейестә киптереп, ваҡлап, сөгөлдөргә өҫтәйбеҙ. Ә һарымһаҡты иҙеп салатҡа һалабыҙ. Хмели-сунели тәмләткесе һибәбеҙ ҙә һәйбәтләп болғатабыҙ.

Салат һауытына бушатабыҙ ҙа, анар емештәре, грек сәтләүеге менән биҙәп, өҫтәлгә бирергә мөмкин. Бер нисә сәғәт һыуытҡыста тотоп ашаһаң бигерәк тә тәмле була.

Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: