Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Октябрь 2020, 17:48

Киҙеүҙән һаҡланайыҡ

Файҙалы кәңәштәр Киҙеүҙән һаҡланайыҡ Киҙеү таралған ваҡытта иммунитетты нығытыу өсөн халыҡ ысулдары ла байтаҡ. Бына шуларҙың бер нисәүһе: * 10 бөртөк лимонға 10 баш һарымһаҡ, 500 гр бал кәрәк. Лимон менән һарымһаҡты ит тартҡыстан үткәреп, бал менән бутап, 10 көн ҡараңғы урында тотҡас, көнөнә 1 аш ҡалағы ашарға. Әгәр киҙеү эләктергәнһегеҙ икән – көнөнә 3 тапҡыр ҡабул итергә кәрәк. Был ҡатнашманы “Йәшлек эликсиры” тип тә йөрөтәләр. * Һарымһаҡлы нәмәне ашай алмағандар өсөн тәмлерәк дауа эшләргә була, балаларға ла ярай: 300 гр йөҙөм, өрөк, ҡара емеш, грек сәтләүегенә уртаса ҙурлыҡтағы ике лимонды ит тартҡыстан үткәреп, бер стакан тирәһе бал ҡушып болғатырға ла, иртәле-кисле 1 аш ҡалағы ҡатнашманы ашарға. Балаларға көнөнә 1 балғалаҡтан артыҡ бирмәҫкә.* Ҡурай еләге япрағы йә киптерелгән емеше, ҡарағат, сейә, йүкә сәскәһе, бөтнөк үләнен бергә-бер нисбәттә ҡушып бутап, 2 аш ҡалағы ҡатнашмаға ярты литр ҡайнаған һыу ҡойоп, төнәткәс, көн дауамында бүлеп эсергә. Дауаланыу бер аҙна дауамында барһа, һөҙөмтәһе лә яҡшыраҡ булыр.

Файҙалы кәңәштәр
Киҙеүҙән һаҡланайыҡ
Киҙеү таралған ваҡытта иммунитетты нығытыу өсөн халыҡ ысулдары ла байтаҡ. Бына шуларҙың бер нисәүһе:
* 10 бөртөк лимонға 10 баш һарымһаҡ, 500 гр бал кәрәк. Лимон менән һарымһаҡты ит тартҡыстан үткәреп, бал менән бутап, 10 көн ҡараңғы урында тотҡас, көнөнә 1 аш ҡалағы ашарға. Әгәр киҙеү эләктергәнһегеҙ икән – көнөнә 3 тапҡыр ҡабул итергә кәрәк. Был ҡатнашманы “Йәшлек эликсиры” тип тә йөрөтәләр.
* Һарымһаҡлы нәмәне ашай алмағандар өсөн тәмлерәк дауа эшләргә була, балаларға ла ярай: 300 гр йөҙөм, өрөк, ҡара емеш, грек сәтләүегенә уртаса ҙурлыҡтағы ике лимонды ит тартҡыстан үткәреп, бер стакан тирәһе бал ҡушып болғатырға ла, иртәле-кисле 1 аш ҡалағы ҡатнашманы ашарға. Балаларға көнөнә 1 балғалаҡтан артыҡ бирмәҫкә.
* Ҡурай еләге япрағы йә киптерелгән емеше, ҡарағат, сейә, йүкә сәскәһе, бөтнөк үләнен бергә-бер нисбәттә ҡушып бутап, 2 аш ҡалағы ҡатнашмаға ярты литр ҡайнаған һыу ҡойоп, төнәткәс, көн дауамында бүлеп эсергә. Дауаланыу бер аҙна дауамында барһа, һөҙөмтәһе лә яҡшыраҡ булыр.
Читайте нас: