Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Октябрь 2020, 22:34

Тиҙ әҙерләнә торған итле бәлеш

1 стакан кефирға ярты сәй ҡалағы сода һалып туҡыйбыҙ. 5 минуттай ултыртып торғас, уға 2 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ һәм 1 стакан он һалып шыйыҡ (оладьи ҡамыры кеүек) ҡамыр әҙерләргә. Майланған табаға ҡамырҙың яртыһын ҡойорға ла, өҫтөнә фарш һалғас, ҡалған яртыһын ҡойоп ҡайнар духовкала 40 минут тирәһе бешереп алырға. Фарш әҙерләү: 300 грамм һарыҡ йәки һыйыр итен ит турағыс аша үткәреп, 2 баш һуған, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос һалып бутарға кәрәк.Һуғанды ҡыҙҙырып ҡушһаң тағы тәмлерәк буласаҡ.

1 стакан кефирға ярты сәй ҡалағы сода һалып туҡыйбыҙ. 5 минуттай ултыртып торғас, уға 2 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ һәм 1 стакан он һалып шыйыҡ (оладьи ҡамыры кеүек) ҡамыр әҙерләргә. Майланған табаға ҡамырҙың яртыһын ҡойорға ла, өҫтөнә фарш һалғас, ҡалған яртыһын ҡойоп ҡайнар духовкала 40 минут тирәһе бешереп алырға.

Фарш әҙерләү:

300 грамм һарыҡ йәки һыйыр итен ит турағыс аша үткәреп, 2 баш һуған, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос һалып бутарға кәрәк.Һуғанды ҡыҙҙырып ҡушһаң тағы тәмлерәк буласаҡ.
Читайте нас: