Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Октябрь 2020, 17:55

Тәмле “колбаса”

Кәрәк:*Печенье (юбилейное, ккофе) – 500+600г.,*аҡ май – 150 г.,*һөт – ярты стакан, ярты стакандан күберәк,*шәкәр – ярты стакан.Аҡ майҙы талғын утта иретергә, уға һөт ҡушырға һәм шәкәр өҫтәп, бер аҙ ҡайнатып алырға (әгәр шоколадлыны яратһағыҙ, какао порошогын йәки плиткалы шоколад ҡушырға мөмкин). Печеньены ваҡ киҫәктәргә (кемгә нисек оҡшай, киҫәктәр ҙурыраҡ булһа ла ярай) бүлергә һәм ҡайнап сыҡҡан массаны печенье өҫтөнә ҡойоп, бутарға. Ваҡланған грек йәки башҡа төрлө сәтләүек өҫтәргә мөмкин. Пленкаға (пищевая) “колбаса” формаһында урап, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртән тороуға тәмле “колбаса” әҙер, киҫәктәргә бүлеп, сәй табынына ултыртырға ғына кәрәк.

Кәрәк:
*Печенье (юбилейное, ккофе) – 500+600г.,
*аҡ май – 150 г.,
*һөт – ярты стакан, ярты стакандан күберәк,
*шәкәр – ярты стакан.
Аҡ майҙы талғын утта иретергә, уға һөт ҡушырға һәм шәкәр өҫтәп, бер аҙ ҡайнатып алырға (әгәр шоколадлыны яратһағыҙ, какао порошогын йәки плиткалы шоколад ҡушырға мөмкин).
Печеньены ваҡ киҫәктәргә (кемгә нисек оҡшай, киҫәктәр ҙурыраҡ булһа ла ярай) бүлергә һәм ҡайнап сыҡҡан массаны печенье өҫтөнә ҡойоп, бутарға. Ваҡланған грек йәки башҡа төрлө сәтләүек өҫтәргә мөмкин. Пленкаға (пищевая) “колбаса” формаһында урап, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртән тороуға тәмле “колбаса” әҙер, киҫәктәргә бүлеп, сәй табынына ултыртырға ғына кәрәк.
Читайте нас: