Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Октябрь 2020, 12:55

Балан әсе булһа ла, мең сиргә дауа

Баланды иртә көҙ сентябрь- октябрҙә лә, көндәр һыуытып, емештәре туңғас та йыялар. Туңған емештең әсеһе кәмей. Шуға иртә көҙҙә йыйған баланды 1-2 ай һалҡын урында тоторға кәңәш итәләр.Баландың әсеһен бөтөрөү өсөн бер тәүлек туңдырғыста, йә иһә 125 градуслыҡ мейестә 40-50 минут тоторға кәрәк.Борон баланды ризыҡ булараҡ ҡына түгел, дарыу итеп тә ҡулланғандар.Дауа булараҡ уның сәскәһе лә, емеше лә, ҡайырыһы ла файҙалы. Баланда шәкәр, ҡан тамырҙарын нығытыусы матдәләр, К, С витаминдары, каротин бар. Баландың төшө бигерәк тә файҙалы, тип һанала.Балан ҡайырыһын апрель- май айҙарында йыйып киптерәләр. Фәнни медицина уны гинекологик ауырыуҙарҙа, геморройҙы дауалағанда ҡулланырға тәҡдим итә. Көҙән йыйырыуҙы дауалаусы препараттарҙы ла балан ҡайырыһынан яһайҙар.Ҡайыры төнәтмәһен әҙерләү өсөн 4 сәй ҡалағы кипкән һәм ваҡланған ҡайырыға 200 мл һыу һалып 30 минут ҡайнаталар. Һөҙөп, кәмегән тиклем һыу өҫтәйҙәр һәм көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан 1 аш ҡалағы эсәләр. Төнәтмә йыш танау ҡанағанда, ҡаҙналыҡтар ялҡынһынғанда файҙалы.Балан емешен гастрит, ашҡаҙан йәрәхәтен, һалҡын тейеүҙе дауалау өсөн ҡулланалар. Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә лә ярҙам итә. Автаминоз ваҡытында ла балан бына тигән дауа! Балан сәйе тынысландырыу көсөнә лә эйә. 1 аш ҡалағы баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп,1-2 сәғәт тәнәтергә кәрәк. Һөҙөп, көнөнә 1-2 стакан эсергә. Балан төнәтмәһе ашҡаҙан әселеге түбән булғанда гастриттан файҙалы.1-2 аш ҡалағы баланды иҙеп,400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дауамында эсергә.Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһе тәҡдим итәләр. Шулай уҡ гипертония, йөрәк ауырыуҙары, эс китеүҙе дауалау өсөн дә ҡулланыла.1 стакан емешкә 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп,8-10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп, 3 аш ҡалағы бал өҫтәргә, төнәтмәне көнөнә 3-4 мәртәбә 1-2 стакан эсергә кәрәк.Баландан әҙерләнгән тәм- томдар сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир тә, иммунитетты нығыта.

Баланды иртә көҙ сентябрь- октябрҙә лә, көндәр һыуытып, емештәре туңғас та йыялар. Туңған емештең әсеһе кәмей. Шуға иртә көҙҙә йыйған баланды 1-2 ай һалҡын урында тоторға кәңәш итәләр.
Баландың әсеһен бөтөрөү өсөн бер тәүлек туңдырғыста, йә иһә 125 градуслыҡ мейестә 40-50 минут тоторға кәрәк.

Борон баланды ризыҡ булараҡ ҡына түгел, дарыу итеп тә ҡулланғандар.
Дауа булараҡ уның сәскәһе лә, емеше лә, ҡайырыһы ла файҙалы. Баланда шәкәр, ҡан тамырҙарын нығытыусы матдәләр, К, С витаминдары, каротин бар. Баландың төшө бигерәк тә файҙалы, тип һанала.

Балан ҡайырыһын апрель- май айҙарында йыйып киптерәләр. Фәнни медицина уны гинекологик ауырыуҙарҙа, геморройҙы дауалағанда ҡулланырға тәҡдим итә. Көҙән йыйырыуҙы дауалаусы препараттарҙы ла балан ҡайырыһынан яһайҙар.

Ҡайыры төнәтмәһен әҙерләү өсөн 4 сәй ҡалағы кипкән һәм ваҡланған ҡайырыға 200 мл һыу һалып 30 минут ҡайнаталар. Һөҙөп, кәмегән тиклем һыу өҫтәйҙәр һәм көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан 1 аш ҡалағы эсәләр. Төнәтмә йыш танау ҡанағанда, ҡаҙналыҡтар ялҡынһынғанда файҙалы.

Балан емешен гастрит, ашҡаҙан йәрәхәтен, һалҡын тейеүҙе дауалау өсөн ҡулланалар. Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә лә ярҙам итә. Автаминоз ваҡытында ла балан бына тигән дауа! Балан сәйе тынысландырыу көсөнә лә эйә. 1 аш ҡалағы баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп,1-2 сәғәт тәнәтергә кәрәк. Һөҙөп, көнөнә 1-2 стакан эсергә.
Балан төнәтмәһе ашҡаҙан әселеге түбән булғанда гастриттан файҙалы.1-2 аш ҡалағы баланды иҙеп,400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дауамында эсергә.

Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһе тәҡдим итәләр. Шулай уҡ гипертония, йөрәк ауырыуҙары, эс китеүҙе дауалау өсөн дә ҡулланыла.1 стакан емешкә 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп,8-10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп, 3 аш ҡалағы бал өҫтәргә, төнәтмәне көнөнә 3-4 мәртәбә 1-2 стакан эсергә кәрәк.

Баландан әҙерләнгән тәм- томдар сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир тә, иммунитетты нығыта.
Читайте нас: