Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Октябрь 2020, 12:07

Үлән сәйҙәре менән емеш-еләк - киҙеүгә ҡаршы дауа

Йәйгеһен, моғайын да, дарыу үләндәрен, емеш-еләк йыйып, киптереп алғаһығыҙҙыр, хөрмәтле дуҫтар. Хәҙер инде көндәр һыуытып, киҫкен респираторлы- вируслы инфекциялар, киҙеү осоро аҙырға торғанда, әҙләп кенә булһа ла, емеш-еләк ҡайнатмаһы менән шифалы үлән сәйҙәрен эсә башлайыҡ.Һары мәтрүшкә Уны һәр төрлө үләнгә ҡушып, сәй кеүек ҡайнатып эсәләр. һалҡын тейгәндә, тамаҡ шешкәндә файҙалы.Юл япрағы Был үҫемлек тә тамаҡ ауыртҡан, йүткергән мәлдә шифалы һанала.Ромашка (аҡ сәскә, болонкүҙ)Ромашканы сәскәләре ныҡ асылған саҡта өҙөргә кәрәк. Төнәтмәһен тирләү, тынысланыу өсөн, эсәктәр, ашҡаҙан ауыртҡанда эсәләр. Шулай уҡ яраны сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар. Ҡара ҡарағат, ҡурай еләге Ҡара ҡарағат, ҡурай еләгенең емештәре лә, япраҡтары ла файҙалы. Емештәрен киптереп тә, туңдырып та һаҡлайҙар. Көнөнә алты бөртөк ҡарағат ашау организмды көндәлек С витамины менән тәьмин итә.Ҡурай еләге һәм ҡарағат сәйен эсеү һалҡын тейгәндә бик шифалы, тирләү өсөн дә һәйбәт. Миләш Витаминдар хазинаһы миләште, бик әсе булғанға, ҡайһы берәүҙәр яратып еткермәй. Уның витаминдар хазинаһы икәнлеген онотоп ебәрәләр, күрәһең. Миләш каротиндарға һәм антициан ҡушылмаларға, А һәм С витаминдарына, пектинға һ.б. бай. Еләгендәге витаминдар, органик кислоталар, микроэлементтар тиҫтә ярымдан артып китә. Ҡан системаһы боҙолғанда, таштар булғанда, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланғанда бик файҙалы, бигерәк тә балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә шифалы.

Йәйгеһен, моғайын да, дарыу үләндәрен, емеш-еләк йыйып, киптереп алғаһығыҙҙыр, хөрмәтле дуҫтар. Хәҙер инде көндәр һыуытып, киҫкен респираторлы- вируслы инфекциялар, киҙеү осоро аҙырға торғанда, әҙләп кенә булһа ла, емеш-еләк ҡайнатмаһы менән шифалы үлән сәйҙәрен эсә башлайыҡ.
Һары мәтрүшкә
Уны һәр төрлө үләнгә ҡушып, сәй кеүек ҡайнатып эсәләр. һалҡын тейгәндә, тамаҡ шешкәндә файҙалы.
Юл япрағы
Был үҫемлек тә тамаҡ ауыртҡан, йүткергән мәлдә шифалы һанала.
Ромашка (аҡ сәскә, болонкүҙ)
Ромашканы сәскәләре ныҡ асылған саҡта өҙөргә кәрәк. Төнәтмәһен тирләү, тынысланыу өсөн, эсәктәр, ашҡаҙан ауыртҡанда эсәләр. Шулай уҡ яраны сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар.
Ҡара ҡарағат, ҡурай еләге
Ҡара ҡарағат, ҡурай еләгенең емештәре лә, япраҡтары ла файҙалы. Емештәрен киптереп тә, туңдырып та һаҡлайҙар. Көнөнә алты бөртөк ҡарағат ашау организмды көндәлек С витамины менән тәьмин итә.
Ҡурай еләге һәм ҡарағат сәйен эсеү һалҡын тейгәндә бик шифалы, тирләү өсөн дә һәйбәт.
Миләш
Витаминдар хазинаһы миләште, бик әсе булғанға, ҡайһы берәүҙәр яратып еткермәй. Уның витаминдар хазинаһы икәнлеген онотоп ебәрәләр, күрәһең. Миләш каротиндарға һәм антициан ҡушылмаларға, А һәм С витаминдарына, пектинға һ.б. бай. Еләгендәге витаминдар, органик кислоталар, микроэлементтар тиҫтә ярымдан артып китә. Ҡан системаһы боҙолғанда, таштар булғанда, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланғанда бик файҙалы, бигерәк тә балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә шифалы.
Читайте нас: