Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Октябрь 2020, 16:46

Пицца бешерәбеҙ

Бының өсөн 350 грамм колбаса, 1 ҡалаҡ томат иҙелмәһе, 1 ҡалаҡ майонез, 2 помидор, 1 банка консерваланған бәшмәк, 300 грамм сыр кәрәк буласаҡ.

Бының өсөн 350 грамм колбаса, 1 ҡалаҡ томат иҙелмәһе, 1 ҡалаҡ майонез, 2 помидор, 1 банка консерваланған бәшмәк, 300 грамм сыр кәрәк буласаҡ.
Ҡамыр өсөн 6 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 ҡалаҡ майонез, 1 йомортҡа, 6 ҡалаҡ он, ярты балғалаҡ сода, тоҙ кәрәк.

Ҡамырға кәрәкле барлыҡ ризыҡтарҙы бергә һалып, сәнске менән болғатабыҙ. Ҡоймаҡтыҡы кеүек ҡуйылыҡта ҡамыр килеп сығырға тейеш.

Колбасаны шаҡмаҡлап, помидорҙы ярымбалдаҡлап турайбыҙ. Сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Бәшмәктәрҙе турап ҡыҙҙырып алабыҙ.

Майлы табаға ҡамырҙы ҡоябыҙ. Колбасаға помидор иҙелмәһе, майонезды һалып болғатабыҙ, ҡамыр өҫтөнә һалабыҙ. Өҫтөнә бәшмәк, помидор һалабыҙ. Иң өҫтөнә сырҙы һибәбеҙ.

190 градус эҫелектәге мейестә 20 минут бешерәбеҙ.

Гөлнора Йәмилева
Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk
Читайте нас: