Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Октябрь 2020, 16:37

Ҡара әлморон

Ҡара әлморон да була икән. Йәйгеһен ап-аҡ хуш еҫле сәскә атҡан гөлйемеш ҡыуағы ҡара емеш биргәнлеген көҙ тағы барып әйләнмәһәм, белмәҫ тә инем. Баҡтиһәң, миләштең дә ҡараһы булған кеүек, уныҡы ла була икән. Әлморондоң икеһе лә файҙалы: ҡара емешлеһе лә, ҡыҙылы ла В, Р төркөмө витаминдарына бай, икеһендә лә тәбиғи шәкәр, каротин, органик кислоталар, пектин һәм, әлбиттә, С витамины бар. Ҡара әлморонда С витаминды хатта 72% тәшкил итә. Был уның ҡарағатҡа, цитрус емештәренә ҡарағанда ла файҙалы икәнлеген иҫбатлай. Тик бер әтнәкәһе бар: емеш саҡ ҡына өлгөрөп етмәгән булырға тейеш. Иҙелеп бешкән йә һыуыҡҡа тейгәндәрендә витаминдар күләме әҙәйә, шуға күрә емеште ныҡ бешмәҫ борон йыялар һәм киптереп һаҡлайҙар.Уның япрағы ла, емеше лә, тамыры ла берҙәй шифалы. Емешенән витаминлы компот та ҡайнатырға була, сәйгә һалып эсһәң дә ярай. Ҡара әлморондоң емеше ҡыҙылыныҡы һымаҡ оҙонса түгел, ә түңәрәк. Әҙерәк ҡара зәйтүн емешенә лә оҡшап тора. Йыйғанда ҡулға бирсәткәләр кейергә кәрәк, юғиһә ҡарағусҡыл ҡыҙыл һуты ҡулға һеңә.

Читайте нас: