Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Октябрь 2020, 18:51

Көҙ

КӨҘГӨ ҺЫНАМЫШТАР* Беренсе октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер. Әммә ел көньяҡтан булһа, ҡыш йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр. Әгәр был көндө ел көнбайыштан булһа, киләһе йыл ашлыҡ уртаса булыр.* Беренсе октябргә тиклем ҡырау төшһә, көҙ оҙон булыр* Көҙөн ҡоштар түбән осһа – ҡыш һалҡын, бейек осһа, йылы килер.* Ҡыр ҡаҙҙары йылы яҡҡа киткәндә түбән осһа, тиҙҙән ҡар яуыр.* Көҙ көнө ҡуяндар бер эҙҙән йөрөһә, ҡышын ҡар күп булыр.* Егерме өсөнсө октябрҙә ураҡ ай остары менән төньяҡҡа ҡараһа – ҡыш тиҙ килер, ҡар ҡоро ергә ятыр, көньяҡҡа ҡараһа – ҡыш ҡабаланмаҫ, көндәр йонсоу, бысраҡ булыр. Дүртенсе ноябргә тиклем ҡар күренмәҫ.* Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.* Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш оҙаҡ һәм һыуыҡ булыр.* Беренсе ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән бик уңыр.* Туғыҙынсы ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы кәндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы торор.* Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.* Ҡаҙҙар, өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһалар, көн йылынасаҡ һәм буран булыуы ихтимал.* Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.* Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.* Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ булыр, төндә яуһа йылы килер.* Әгәр беренсе ҡар ваҡ бөртөклө яуһа, яҙын ҡар тиҙ иремәҫ, йәй яғырлы булыр, ашлыҡ-бесән яҡшы уңыр.* Сентябрҙә күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ һәм йылы булыр.* Сентябрҙә ҡар күренһә, көҙ оҙаҡ һәм йоносоу килер.* Боҙ ҡытырша булып туңһа, иген уңыр.* Беренсе октябрҙә ел көньяҡтан булһа, ҡыш йылы булыр һәм киләһе йылға ашлыҡ уңыр.* Беренсе октябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көндән һуң ҡар ятыр.* Ҡоштар китеүе һуңлаһа, йылы көҙ, цомшаҡ ҡыш көтөлә.* Көҙөн япраҡтар ҡойолоу тиҙ үтә икән, ҡыш ҡаты була.* Миләш, имән сәтләүеге уңһа,ҡыш һалҡын килә.* Бал ҡорттары кейәне асыҡ ҡалдырһа, ҡыш йылы була.

КӨҘГӨ ҺЫНАМЫШТАР

* Беренсе октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер. Әммә ел көньяҡтан булһа, ҡыш йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр. Әгәр был көндө ел көнбайыштан булһа, киләһе йыл ашлыҡ уртаса булыр.

* Беренсе октябргә тиклем ҡырау төшһә, көҙ оҙон булыр

* Көҙөн ҡоштар түбән осһа – ҡыш һалҡын, бейек осһа, йылы килер.

* Ҡыр ҡаҙҙары йылы яҡҡа киткәндә түбән осһа, тиҙҙән ҡар яуыр.

* Көҙ көнө ҡуяндар бер эҙҙән йөрөһә, ҡышын ҡар күп булыр.

* Егерме өсөнсө октябрҙә ураҡ ай остары менән төньяҡҡа ҡараһа – ҡыш тиҙ килер, ҡар ҡоро ергә ятыр, көньяҡҡа ҡараһа – ҡыш ҡабаланмаҫ, көндәр йонсоу, бысраҡ булыр. Дүртенсе ноябргә тиклем ҡар күренмәҫ.

* Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.

* Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш оҙаҡ һәм һыуыҡ булыр.

* Беренсе ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән бик уңыр.

* Туғыҙынсы ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы кәндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы торор.

* Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.

* Ҡаҙҙар, өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһалар, көн йылынасаҡ һәм буран булыуы ихтимал.

* Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.

* Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.

* Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ булыр, төндә яуһа йылы килер.

* Әгәр беренсе ҡар ваҡ бөртөклө яуһа, яҙын ҡар тиҙ иремәҫ, йәй яғырлы булыр, ашлыҡ-бесән яҡшы уңыр.

* Сентябрҙә күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ һәм йылы булыр.

* Сентябрҙә ҡар күренһә, көҙ оҙаҡ һәм йоносоу килер.

* Боҙ ҡытырша булып туңһа, иген уңыр.

* Беренсе октябрҙә ел көньяҡтан булһа, ҡыш йылы булыр һәм киләһе йылға ашлыҡ уңыр.

* Беренсе октябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көндән һуң ҡар ятыр.

* Ҡоштар китеүе һуңлаһа, йылы көҙ, цомшаҡ ҡыш көтөлә.

* Көҙөн япраҡтар ҡойолоу тиҙ үтә икән, ҡыш ҡаты була.

* Миләш, имән сәтләүеге уңһа,ҡыш һалҡын килә.

* Бал ҡорттары кейәне асыҡ ҡалдырһа, ҡыш йылы була.
Читайте нас: