Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
2 Октябрь 2020, 11:09

Октябрҙә баҡса эштәре

Көҙ үҙенекен итә. Урман һары төҫкә инде. Тәбиғәттең ошо мәлгә генә хас матурлығын тояһың. Еләк-емеш ҡыуаҡтары ҡышҡа әҙерләнә, япраҡтарын ҡоя.Был осорҙа, көндәрҙең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, еләк-емеш үҫентеләрен ултыртыу эштәре һалҡындар башланғансы тамамлана.Алманың ҡышҡы сорты йыйып алына. Баҡсаны ҡышҡа әҙерләү эштәре башлана – ер йомшартыла, үҫенте ҡалдыҡтарынан таҙартыла, еләк-емеш ҡыуаҡтары тәрбиәләнә, ашлама индерелә. Ҡыҫҡаһы, көҙ баҡсала эш күп, һәр береһенә өлгөрөргә генә кәрәк.Үҫенте ҡалдыҡтары. Ҡойол­ған япраҡтарҙа, үҫенте ҡал­дыҡта­рында ҡоротҡостар, төрлө бәшмәк ауырыуҙары йыш сыға, тигәйнек. Шуға ла уларҙы яндырыу йәки компостлау шарт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер һәүәҫкәр баҡсасылар үҫенте ҡалдыҡтарын: ҡойолған япраҡтар, картуф, сөгөлдөр, кишер, ҡыяр, помидор һабаҡтарын ҡышҡылыҡҡа өйөп ҡуя. Һөҙөмтәлә сүп аҫтына сысҡан оялай, үрсей. Ҡышын иһә был кимереүселәр алмағасҡа һәм башҡа еләк-емеш ҡыуаҡтарына зыян килтерә. Шуға күрә баҡса участкаларында сүп-сар өйөп ҡалдырырға ярамай.

Көҙ үҙенекен итә. Урман һары төҫкә инде. Тәбиғәттең ошо мәлгә генә хас матурлығын тояһың. Еләк-емеш ҡыуаҡтары ҡышҡа әҙерләнә, япраҡтарын ҡоя.

Был осорҙа, көндәрҙең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, еләк-емеш үҫентеләрен ултыртыу эштәре һалҡындар башланғансы тамамлана.
Алманың ҡышҡы сорты йыйып алына. Баҡсаны ҡышҡа әҙерләү эштәре башлана – ер йомшартыла, үҫенте ҡалдыҡтарынан таҙартыла, еләк-емеш ҡыуаҡтары тәрбиәләнә, ашлама индерелә. Ҡыҫҡаһы, көҙ баҡсала эш күп, һәр береһенә өлгөрөргә генә кәрәк.
Үҫенте ҡалдыҡтары. Ҡойол­ған япраҡтарҙа, үҫенте ҡал­дыҡта­рында ҡоротҡостар, төрлө бәшмәк ауырыуҙары йыш сыға, тигәйнек. Шуға ла уларҙы яндырыу йәки компостлау шарт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер һәүәҫкәр баҡсасылар үҫенте ҡалдыҡтарын: ҡойолған япраҡтар, картуф, сөгөлдөр, кишер, ҡыяр, помидор һабаҡтарын ҡышҡылыҡҡа өйөп ҡуя. Һөҙөмтәлә сүп аҫтына сысҡан оялай, үрсей. Ҡышын иһә был кимереүселәр алмағасҡа һәм башҡа еләк-емеш ҡыуаҡтарына зыян килтерә. Шуға күрә баҡса участкаларында сүп-сар өйөп ҡалдырырға ярамай.
Шул уҡ ваҡытта баҡсасы­ларҙың ҡайһы берҙәре үҫенте ҡалдыҡтарын юл буйына сығарып ташлап әрәм итә. Ә бит улар — һәйбәт ашлама.
Тәжрибәле баҡсасылар ҡыяр ултыртаһы ергә һөрөнтө ҡатламы тәрәнлегендә канау ҡаҙа ла бөтә үҫенте ҡалдыҡтарын ошонда тыңҡыслап тултыра, өҫтөн тупраҡ менән күмә. Киләһе яҙға унда ҡыяр сәсәләр. Ҡалдыҡтар сере­гәндә ҡыяр түтәле йылына, ә сүп-сар сереп ашламаға әйләнә.
Ҡарағат ҡыуаҡтарына тәр­биә. Иң элек шуны әйтергә кәрәк: бәғзе берәүҙәр ҡарағат сыбыҡ­тарын күтәреп бергә бәйләп ҡуя. Һис тә улай эшләргә ярамай. Күтәреп бәйләнгән ҡыуаҡтар ҡар менән күмелмәй ҡала. Һөҙөмтәлә ҡышҡы һалҡындарҙа сәскә бөрөләре юҡҡа сыға. Мәҫәлән, 1978 — 1979 йылдарҙағы ҡышҡы һалҡындарҙа ҡар аҫтында ҡалған ҡарағат зыян күрмәне, мул уңыш бирҙе, ә күтәреп бәйләнгән ҡарағаттарҙа бер бөртөк тә уңыш булманы. Шуға күрә бөтә төр емеш ҡыуаҡтарын ҡар аҫтында ҡалдырыу сараһын күрергә кәрәк.
Көҙ ҡарағат ҡыуаҡтарындағы ҡартайған, һынған, ауырыу бо­таҡтар ҡырҡып алына һәм яндырыла. Ҡарағат төбөнә органик һәм минераль ашлама индерелә, тамырға зыян килтермәй генә ҡыуаҡ тирәһе йомшартыла. Унан тиреҫ, торф, бысҡы вағы менән ҡаплайҙар.
Ҡурай еләгенә тәрбиә. Ҡара­ғат һәм ҡурай еләге бер урында һигеҙ-туғыҙ йыл үҫтерелә, тигәй­нек инде. Шуға күрә оҙаҡ ултырған ҡурай еләген тамырынан йолҡоп ташларға, яңы еләк плантацияһы һалырға кәрәк.
Ҡурай еләге — ике йыллыҡ үҫемлек, беренсе йылында буйға үҫә, икенсе йылында уңыш бирә лә ҡорой. Ҡороған ботаҡтарҙы ҡырҡып алып яндырырға кәрәк.
Республикабыҙҙың төньяғында үҫкән ҡурай еләге ашламаларҙы айырыуса ярата. Йыл һайын көҙҙән бер квадрат метрға 6-8 кг серетмә, 40-50 г суперфосфат, 20-30 г калий ашламаһы, ә яҙ 30-40 г мочевина (азот ашламаһы) индерелә. Унан, тамырға зыян килтермәй генә, ер йомшартыла.
Ҡурай еләге үҫкән тупраҡтың дымлылығын, структураһын һаҡ­лау өсөн унда торф, серетмә йәки бысҡы вағы һибеү мөһим. Быны эшләгәндән һуң, киләһе йылға уңыш бирә торған үҫентеләрҙе ҡар күмерлек итеп, уларҙы бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйып, ергә эйеп бәйләргә кәрәк.
Ҡурай еләгенә яңы плантация һалғанда, үҫентене ҡоротҡостар һәм бәшмәк ауырыуҙары менән зарарланмаған участканан алыу шарт.
Ер еләгенә көҙгө тәрбиә. Ер еләгенең уңышын йыйып алғас та, япраҡтарын сабып алып яндыралар. Ләкин республикабыҙ­ҙың төньяғындағы шарттарҙа сабып алынған еләк плантациялары йыш ҡына туңып һәләк була. Ә көҙгө һалҡындарҙа япраҡтары менән ҡапланған еләк участкалары һалҡындарға бик бирешеп бармай.
Еләк тамыры тупраҡ ҡатла­мының өҫкө өлөшөнә таралып үҫә, шуға күрә ул асыҡ ятҡан ерҙәрҙә 15 градус һалҡында ла туңып бара. Еләк плантацияһын 5-7 см ҡалынлыҡта серетмә, торф йәки бысҡы вағы менән ҡапларға кәрәк.
Тәжрибәнән күренеүенсә, еләк-емештең ҡышты уңышлы сығы­уында ҡар ҡатламы ифрат ҙур роль уйнай. Шуға ла уларҙы ҡышҡа әҙерләгәндә, ҡар тотоу сараһын күрергә кәрәк.
Емеш ағасын ҡыш көнө сысҡан кимереүҙән һаҡлау өсөн ағас олоно тирәһенә торф йәки бысҡы вағына 10 процентлы креолин һеңдереп һипһәң, кимереүселәр ағас оло­но янына килмәҫ, урап үтер.

Сөләймән ХАЖИЕВ.
(“Уңһын еләк-емешең” китабынан алынды).
Читайте нас: