Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
2 Октябрь 2020, 18:28

Аҫылбикә Мәжитова

Өфө ҡала үҫеше йәмәғәт фонды илдәге пандемиянан һуң яңы эшмәкәрлек миҙгелен социаль инициативалар фестивале менән асып ебәрҙе. Мәғлүм булыуынса, ойошманың бөтә райондарҙы берләштергән “Берләшмәләр конструкторы” проекты Рәсәй Президентының гражданлыҡты үҫтреүгә йүнәлтелгән Грантына лайыҡ булды, һөҙөмтәлә һәр төбәктә пресс-конференциялар, күргәҙмәләр, түңәрәк өҫтәлдәр, тематик секциялар, фондтың яңы проекттары презентацияһы, хәйриә концерттары үтә. Ошондай сара үткән аҙнала беҙҙең районда ла ойошторолдо. Фестиваль күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар араһында халыҡ медицинаһын тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән Аҫылбикә апай Мәжитова ла булды. Ул бына бер нисә йыл инде дарыу үләндәрен йыйыу менән шөғөлләнә.- Ерҙә үҫкән һәр үләндең файҙаһы бар. Бала саҡта уҡ үҫемлектәрҙең атамаларын яҙып, япраҡтарын, сәскәләрен йәбештереп үҙем өсөн тос ҡына гербарий эшләп алғайным, шул мәғлүмәт тә һеңеп ҡалған аңға.Ҡайһы берҙәрен иртә яҙҙа уҡ йыялар, ҡайһыларын көҙгөһөн. Сәскәһе өсөн икән – сәскә атҡан мәлдә, ҡоро, аяҙ көндә, ғәҙәттә, төшкә тиклем. Орлоҡтары ла файҙалы ҡайһы бер үҫемлектәрҙең, уларын инде өлгөргәс, көҙгөһөн йыялар. Ғөмүмән, үләндәрҙе ҡулланғанда үҙеңдең интуицияңа таянырға кәрәктер. Ҡайһыныһы һиңә ярҙам итерен кеше эске тойғоһо менән дә белә ала ул. Етди сирлеләргә әҙерләгәндә инде табип менән дә кәңәшләшеү мотлаҡтыр. Тағы ла шуныһын белеп ҡуйығыҙ: үләнде дауаланыуға ҡарағанда, сирҙе иҫкәртеү өсөн ҡулланыу отошлораҡ. Тағы ла шуны әйтер инем: йыш ҡына теге йәки был үләндең башҡортса йә урыҫса атамаһын белмәйбеҙ. Шуға үҙем йыйған үләндәрҙе яҙып, һүҙлек төҙөй башланым. “Нишләп кенә өлкәндәрҙән ваҡытында һорашып ҡалмағанмын икән” тигән үкенес бер миндә генә түгелдер тием, шуға бергәләшеп мәғлүмәт туплаһаҡ, яҡшы булыр ине, - ти Аҫылбикә апай теләк-тәҡдимдәрен еткереп.

Өфө ҡала үҫеше йәмәғәт фонды илдәге пандемиянан һуң яңы эшмәкәрлек миҙгелен социаль инициативалар фестивале менән асып ебәрҙе. Мәғлүм булыуынса, ойошманың бөтә райондарҙы берләштергән “Берләшмәләр конструкторы” проекты Рәсәй Президентының гражданлыҡты үҫтреүгә йүнәлтелгән Грантына лайыҡ булды, һөҙөмтәлә һәр төбәктә пресс-конференциялар, күргәҙмәләр, түңәрәк өҫтәлдәр, тематик секциялар, фондтың яңы проекттары презентацияһы, хәйриә концерттары үтә. Ошондай сара үткән аҙнала беҙҙең районда ла ойошторолдо.
Фестиваль күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар араһында халыҡ медицинаһын тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән Аҫылбикә апай Мәжитова ла булды. Ул бына бер нисә йыл инде дарыу үләндәрен йыйыу менән шөғөлләнә.
- Ерҙә үҫкән һәр үләндең файҙаһы бар. Бала саҡта уҡ үҫемлектәрҙең атамаларын яҙып, япраҡтарын, сәскәләрен йәбештереп үҙем өсөн тос ҡына гербарий эшләп алғайным, шул мәғлүмәт тә һеңеп ҡалған аңға.
Ҡайһы берҙәрен иртә яҙҙа уҡ йыялар, ҡайһыларын көҙгөһөн. Сәскәһе өсөн икән – сәскә атҡан мәлдә, ҡоро, аяҙ көндә, ғәҙәттә, төшкә тиклем. Орлоҡтары ла файҙалы ҡайһы бер үҫемлектәрҙең, уларын инде өлгөргәс, көҙгөһөн йыялар.
Ғөмүмән, үләндәрҙе ҡулланғанда үҙеңдең интуицияңа таянырға кәрәктер. Ҡайһыныһы һиңә ярҙам итерен кеше эске тойғоһо менән дә белә ала ул. Етди сирлеләргә әҙерләгәндә инде табип менән дә кәңәшләшеү мотлаҡтыр. Тағы ла шуныһын белеп ҡуйығыҙ: үләнде дауаланыуға ҡарағанда, сирҙе иҫкәртеү өсөн ҡулланыу отошлораҡ.
Тағы ла шуны әйтер инем: йыш ҡына теге йәки был үләндең башҡортса йә урыҫса атамаһын белмәйбеҙ. Шуға үҙем йыйған үләндәрҙе яҙып, һүҙлек төҙөй башланым. “Нишләп кенә өлкәндәрҙән ваҡытында һорашып ҡалмағанмын икән” тигән үкенес бер миндә генә түгелдер тием, шуға бергәләшеп мәғлүмәт туплаһаҡ, яҡшы булыр ине, - ти Аҫылбикә апай теләк-тәҡдимдәрен еткереп.
Читайте нас: