Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Октябрь 2020, 11:40

Ҡарасайға аяҡ баҫтыҡ

Октябрь (ҡарасай) Әбейҙәр сыуағының матур, ҡояшлы көндәре менән көҙҙөң икенсе айы - ҡарасай ҙа килеп етте. Иртәле-кисле һыуытһа ла, көндөҙ йәй йылыһы тора. Һарысай аҙағында ғына алтын төҫкә инеп ялҡынлаған урман-ҡырҙар әҙерәк төҫ ташлап, буҙарҙы. Октябрь — көҙ уртаһы. Башҡорт календары буйынса октябрь ҡарасай тип йөрөтөлә. Һауа торошоноң нисек булыуына, көйһөҙлөгөнә ҡарап был айҙы халыҡ: “Октябрь — ни арба, ни сана”, “Октябрь — ҡара бейә, ноябрь — ала бейә” тип әйткән. 2003 йылғы көҙ ғәҙәти булмағанса йылы килде. Әммә быға һөйөнөргә түгел: ҡоро көҙ йәйҙең ҡоро килеүе, уңыштың насар булыуы билдәһе. “Көҙ йылы килһә, ҡыш оҙон була” тигән халыҡ һынамышы ла бар. Фенологтарҙың яҙмаларынан ҡарағанда, 1974, 1999 йылдарҙа ла октябрь ҡоро булған, ә бына 1991, 1997 йылдарҙа көслө ҡойма ямғырҙар күҙәтелгән. 1971, 1978 йылдарҙа ярты метр самаһы ҡар ятҡан булһа, 1920, 1976 йылдарҙа ай уртаһында ҡышҡы һыуыҡтар төшкән. 1974 йылдың октябре башҡа йылдарҙағыға оҡшамаған иң йылы ай булараҡ тарихта ҡалған. Һауа температурһы +8, +9 градус булған.

Октябрь (ҡарасай)
Әбейҙәр сыуағының матур, ҡояшлы көндәре менән көҙҙөң икенсе айы - ҡарасай ҙа килеп етте. Иртәле-кисле һыуытһа ла, көндөҙ йәй йылыһы тора. Һарысай аҙағында ғына алтын төҫкә инеп ялҡынлаған урман-ҡырҙар әҙерәк төҫ ташлап, буҙарҙы.
Октябрь — көҙ уртаһы. Башҡорт календары буйынса октябрь ҡарасай тип йөрөтөлә. Һауа торошоноң нисек булыуына, көйһөҙлөгөнә ҡарап был айҙы халыҡ: “Октябрь — ни арба, ни сана”, “Октябрь — ҡара бейә, ноябрь — ала бейә” тип әйткән.
2003 йылғы көҙ ғәҙәти булмағанса йылы килде. Әммә быға һөйөнөргә түгел: ҡоро көҙ йәйҙең ҡоро килеүе, уңыштың насар булыуы билдәһе. “Көҙ йылы килһә, ҡыш оҙон була” тигән халыҡ һынамышы ла бар. Фенологтарҙың яҙмаларынан ҡарағанда, 1974, 1999 йылдарҙа ла октябрь ҡоро булған, ә бына 1991, 1997 йылдарҙа көслө ҡойма ямғырҙар күҙәтелгән. 1971, 1978 йылдарҙа ярты метр самаһы ҡар ятҡан булһа, 1920, 1976 йылдарҙа ай уртаһында ҡышҡы һыуыҡтар төшкән. 1974 йылдың октябре башҡа йылдарҙағыға оҡшамаған иң йылы ай булараҡ тарихта ҡалған. Һауа температурһы +8, +9 градус булған.
Читайте нас: