Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
27 Сентябрь 2020, 19:58

Тиҙ әҙерләнә торған итле бәлеш

1 стакан кефирға ярты сәй ҡалағы сода һалып туғыйбыҙ. 5 минуттай ултыртып торғас, уға 2 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ һәм 1 стакан он һалып шыйыҡ ҡына ҡамыр әҙерләргә. Майланған табаға ҡамырҙың яртыһын ҡойорға ла, өҫтөнә фарш һалғас ҡалған яртыһын ҡойоп ҡайнар духовкала 40 минут бешереп алырға.

Фарш әҙерләү:

300 грамм һарыҡ йәки һыйыр итен ит турағыс аша үткәреп 2 баш һуған, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос һалып бутарға кәрәк.
Читайте нас: