Ҡамыр өсөн: 1 стакан йылы һөт, 3 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 100 гр аҡ май, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, 15 гр сөпрә "люкс".
Тәүҙә әҙ генә һөткә 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы он, 15 гр самаһы сөпрә һалып ҡабартып алырға, аҙаҡ ҡалғандарҙы ҡушып ҡамыр баҫырға. 1 сәғәт йылыға ҡуйып ҡабартырға. Табаға ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйергә, өҫтөнә сейә һалырға һәм тәменә ҡарап шәкәр өҫтәп, һатыу ҡаймағына 2 йомортҡа ҡушылған массаны өҫтөнә ҡойоп 180 градуслы мейескә ярты сәғәткә бешерергә ҡуйырға.
Гөлнара Солтанова
-13 °С
Болотло