Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
26 Сентябрь 2020, 23:47

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡты өс көнгә бер ашарға кәрәк

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ - бик көслө дарыу, ул тәбиғи антибиотик булып тора.Уны ашап бер тәүлек үткәндән һуң организмға тәьҫире һаҡлана. Ул организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға ярҙам итә.

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ - бик көслө дарыу, ул тәбиғи антибиотик булып тора.
Уны ашап бер тәүлек үткәндән һуң организмға тәьҫире һаҡлана. Ул организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Һарымһаҡты табала ҡыҙҙырып йәки мейестә бешереп ашарға кәрәк. Былай әҙерләгәндә уның еҫе лә булмай, файҙалы күҙәнәктәре тулыһынса һаҡлана, еңел үҙләштерелә. Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ҡандағы холестерин күләмен кәметә, ҡан баҫымын көйләй, ашҡаҙан-эсәк трактын һәм ҡанды таҙарта. Ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә лә зыяны юҡ. Ябығырға теләүселәр өсөн дә уны ашарға тәҡдим ителә, сөнки ул матдәләр алмашыуын яҡшырта. Һарымһаҡты ашағандан һуң, күп итеп шыйыҡлыҡ эсергә тәҡдим ителә. Шулай ҙа һәр нәмәлә сама белеү кәрәк, артыҡ мауыҡмағыҙ.
Карима Усманова.
Читайте нас: