Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Сентябрь 2020, 11:34

Түтәлдәге "алтын доктор"

Файҙалы кәңәштәр Түтәлдәге “алтын доктор” Әгәр ҙә аҙнаһына биш тапҡыр кишер ашайһығыҙ икән, инфаркт кисереү ихтималлығы өс тапҡырға кәмей, тип иҫәпләй кардиологтар. 87 мең кешенең сәләмәтлеген тикшереү һөҙөмтәһендә улар шундай һығымтаға килгән. Был йәшелсәлә ҙур миҡдарҙа тупланған каротин һәм башҡа файҙалы матдәләр мөғжизә тыуҙыра: ҡан тамырҙарында тупланыусы холестеринды ҡыуа, тромбтар барлыҡҡа килеүен тотҡарлай, йөрәк эшмәкәрлеген көйләй. *** Кишер һутын яртылаш һөт менән бутап эсһәгеҙ, йүткереүҙән һәм бронхиттан ҡотолорһоғоҙ. Көнөнә 6 тапҡыр берәр ҡалаҡлап эсегеҙ.*** Шәкәр һалып ҡайнатып, кишер һутынан сироп яһағыҙ. Йүткергәндә, тын юлдарына һалҡын тейгәндә, тамаҡ ҡарлыҡҡанда хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Көнө буйы һәр сәғәт һайын берәр ҡалаҡлап эсегеҙ.*** Кишер менән ангинаны ла дауалайҙар. Ваҡ ҡына ҡырғыста ҡырып, һутын һығалар ҙа 100 г һутҡа 1 аш ҡалағы бал һалып болғаталар. Ошо ҡатнашманы ҡайнаған һыу менән яртылаш шыйыҡлатып, тамаҡты көнөнә бер нисә тапҡыр сайҡайҙар.*** Эс ҡатыу, геморрой һәм йөрәк инфаркты сирҙәре менән интеккәндә көн дә иртән ас ҡорһаҡҡа 150-200 г кишер һуты эсергә тәҡдим итәләр.*** Бер литр кишер һутына ваҡ ҡырғыстан үткәреп имбирь, бер аш ҡалағы бал һалып болғатып, иммунитетты нығытыр өсөн эсәләр. Сөгөлдөр йә алма һутын да ҡушһаң, эсте йомшарта, гемоглобинды күтәрә.

Файҙалы кәңәштәр
Түтәлдәге “алтын доктор”
Әгәр ҙә аҙнаһына биш тапҡыр кишер ашайһығыҙ икән, инфаркт кисереү ихтималлығы өс тапҡырға кәмей, тип иҫәпләй кардиологтар. 87 мең кешенең сәләмәтлеген тикшереү һөҙөмтәһендә улар шундай һығымтаға килгән.
Был йәшелсәлә ҙур миҡдарҙа тупланған каротин һәм башҡа файҙалы матдәләр мөғжизә тыуҙыра: ҡан тамырҙарында тупланыусы холестеринды ҡыуа, тромбтар барлыҡҡа килеүен тотҡарлай, йөрәк эшмәкәрлеген көйләй.
***
Кишер һутын яртылаш һөт менән бутап эсһәгеҙ, йүткереүҙән һәм бронхиттан ҡотолорһоғоҙ. Көнөнә 6 тапҡыр берәр ҡалаҡлап эсегеҙ.
***
Шәкәр һалып ҡайнатып, кишер һутынан сироп яһағыҙ. Йүткергәндә, тын юлдарына һалҡын тейгәндә, тамаҡ ҡарлыҡҡанда хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Көнө буйы һәр сәғәт һайын берәр ҡалаҡлап эсегеҙ.
***
Кишер менән ангинаны ла дауалайҙар. Ваҡ ҡына ҡырғыста ҡырып, һутын һығалар ҙа 100 г һутҡа 1 аш ҡалағы бал һалып болғаталар. Ошо ҡатнашманы ҡайнаған һыу менән яртылаш шыйыҡлатып, тамаҡты көнөнә бер нисә тапҡыр сайҡайҙар.
***
Эс ҡатыу, геморрой һәм йөрәк инфаркты сирҙәре менән интеккәндә көн дә иртән ас ҡорһаҡҡа 150-200 г кишер һуты эсергә тәҡдим итәләр.
***
Бер литр кишер һутына ваҡ ҡырғыстан үткәреп имбирь, бер аш ҡалағы бал һалып болғатып, иммунитетты нығытыр өсөн эсәләр. Сөгөлдөр йә алма һутын да ҡушһаң, эсте йомшарта, гемоглобинды күтәрә.
Читайте нас: