Гөлназ Ишемғолованың "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөндә төрлө үҙенсәлекле лә, шул уҡ ваҡытта ябай ҙа, тиҙ ҙә әҙерләнгән аш-һыу рецептары йыш осрай. Әле хужабикәләрҙең көҙ байлығын эш итеүҙәрен күҙ уңында тотоп, Гөлназдың бер нисә рецебын тәҡдим итәбеҙ.
"Ғаиләмдең иң яратҡаны- тоҙло ҡыяр менән майлы борос. Тыуған яғым- Күгәрсендә боростоң ауыҙҙы өтөп торғанын да, татлыһын да үҫтерәләр. Шуға ла боросто төрлөсә эшкәртәбеҙ. Бөгөнгө һүҙем-майлы борос хаҡында. Бына 15 йыл тирәһе ошо рецепты ғына ҡулланам. Бер өйрәнгән ғәҙәтемде алыштырып булмай һис.
Йә,оҙон һүҙҙең-ҡыҫҡаһы, һөйләп ебәрәйем булмаһа. Башта 4 кило татлы боросто орлоғонан таҙартып (ауыл баҡсаһында үҫкән борос орлоғо менән дә тәмле килеп сыға, баҙарҙан алғандың орлоғо ҡаты), башта дүрткә, аҙаҡ тағы урталай телергә кәрәк (борос үтә ҙур булмаһа, дүрткә генә телеп тә һалам). Шунан ҙур табаҡҡа һалырға. Боростоң өҫтөнә 1 стакан шәкәр, ярты стакан тоҙ, 1,5 стакан көнб.майы, 0,5 стак. уксус (9%), 2 стакан һыу һалырға ла, утҡа ҡуйырға. Хәбәр һатып тороп, бутарға ғына онотоп ҡуймағыҙ. Әммә үтә йыш бутамағыҙ, йә иҙеп ҡуйырһығыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 30 минут тирәһе ҡайнатырға. Йәғни, йомшарғансы. Һүндерерҙән 5 минут тирәһе алдараҡ һарымһаҡ, укроп, петрушка һалып ебәрегеҙ. Иҫ киткес матур һәм тәмле килеп сығасаҡ! Инде алдан әҙерләп ҡуйған банкаларға башта боросто һалырға, аҙаҡ өҫтөн тултырғансы маринадын ҡойоп ябырға ла, һыуыныу менән һыуытҡысҡа алып ҡуйырға ғына ҡалды.