Мораҙым
+6 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Сентября 2020, 10:19

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Гөлсимә Иштанованан сәйлецеремония ҡағиҙәләре: *Иртән торғас та сәйгә һыу ал.* Тәүҙә сәй эс. Шунан сәй эс. Тағы берҙе сәй эскәс кенә, башҡа эштәреңә тотон.*Эшең бармаһа, икенсе ҡағиҙәгә ҡара:тәүҙә сәй эс.*Иҫеңдә тот: сәй өшөгәнде йылыта, ҡайғырғанды йыуата, ярһығанды тынысландыра, бар эштәрҙе хәл итә.*Ҡоро сәй шөпөрләтмә. Асыҡһаң ҡоймаҡлап сәй эс, һыуһаһаң - ҡарағатлап, өшөһәң - баллап, эҫелә - ҡоротлап.*Эсең бошһа, дуҫыңды сәйгә саҡыр.*Дуҫың ҡайғы кисерһә, сәйгә әйт.*Күршеңә ҡунаҡ килһә, сәйгә ал.*Күршең йомошҡа инһә, сәйеңде шыжлат.*Ҡапыл ҡунаҡ килһә, сәй ҡуй.*Ҡунаҡҡа барһаң, сәйгә күстәнәс ал.*Йома көндө йома сәйе үткәр.*Ҡәйнә булһаң - кейәү сәйе, бейем булһаң килен сәйе эсер.*Яҙын кәкүк сәйенә сыҡ.*Йәйен туғай сәйен эсеп кенә ултырма: сәйгә үлән киптер, ҡаҡ ҡой, вәринйә ҡайнат.*Ҡышҡы оҙон кистәрҙә дуҫтар менән бер-берегеҙгә сәйгә йөрөшөгөҙ.*Төнөн йоҡлай алмаһаң, тороп сәй эс.*Башҡорт сәй эскәндә тәҙрәһенән тау күренеп торорға тейеш.*Иң һуңғы һәм иң төп ҡағиҙә. Иғтибарлы бул. Башҡорт кофенан һуң сәй эсә!

Добавить в предпочтительные источники Google
Гөлсимә Иштанованан сәйлецеремония ҡағиҙәләре:
Читайте нас