Мораҙым
+12 °С
Дождь
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Сентября 2020, 13:00

Әлморон

Әлморон осоро ла етте. Һеҙгә Аҫылбикә апай Мәжитованың әлморон тураһындағы яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ:"Сәскәһе лә, емеше лә, һабағы ла, тамыры ла шифалы. Емешен ҡатыраҡ саҡта йыйһаң, киптереүе еңел. Ә инде ныҡ бешеп, йомшарып киткәнен туңдырып һаҡлаһаң да була. Күптәр ҡырау һуҡҡас, татланғас йыя. Белгестәр әйтеүенсә, ҡырауҙан һуң шифаһы кәмей.Гөлйемештә "С" витамины лимондағына ҡарағанда илле тапҡырға күберәк. "А ", "Е" витаминдары булғанлыҡтан антиоксидант үҫемлек һанала. Иммунитетты нығыта, миҙгелгә бәйле аллергиянан йонсоғандарға шифа, яраларҙы уңалдыра, оҙайлы ауырыуҙан һуң тиҙерәк көс-хәл алырға ярҙам итә, тире ауырыуҙарынан дауа һ.б.Яҡшы һөҙөмтәгә ирешер өсөн самаһын белеү мөһим. Бер литр һыуға дурт аш ҡалағы емеш кәрәк. Һыу ныҡ ҡайнар булмаҫҡа тейеш. Бер сәғәт яй ғына ҡайнатып алырға тигәндәр ҙә бар. Миңә термоста бер төн төнәтеп алынғаны оҡшай. Ашарҙан 20 минут алда бүлеп, көпшә аша эсеү яҡшыраҡ (теш эмален боҙмаһын өсөн). Ҡан баҫымы юғары булғанда, ашҡаҙандың яраһы, йә әселек юғары саҡта, шәкәр диабеты осрағында, эс ҡатҡанда гөлйемеште ҡулланыу ярамай, йә самалап ҡына.Тамырын беренсе ҡар яуғас ҡаҙып алалар, ә һабағын яҙ көнө йыялар.Төнәтмәгә бал, имбирь ҡушырға була.Быйыл был емеш бик уңған. Оҙон ҡышҡы көндәрҙә, еҫен аңҡытып гөлйемеш сәйен дә эсеп ултырырға насип булһын".

Әлморон осоро ла етте. Һеҙгә Аҫылбикә апай Мәжитованың әлморон тураһындағы яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ:
"Сәскәһе лә, емеше лә, һабағы ла, тамыры ла шифалы. Емешен ҡатыраҡ саҡта йыйһаң, киптереүе еңел. Ә инде ныҡ бешеп, йомшарып киткәнен туңдырып һаҡлаһаң да була. Күптәр ҡырау һуҡҡас, татланғас йыя. Белгестәр әйтеүенсә, ҡырауҙан һуң шифаһы кәмей.
Гөлйемештә "С" витамины лимондағына ҡарағанда илле тапҡырға күберәк. "А ", "Е" витаминдары булғанлыҡтан антиоксидант үҫемлек һанала. Иммунитетты нығыта, миҙгелгә бәйле аллергиянан йонсоғандарға шифа, яраларҙы уңалдыра, оҙайлы ауырыуҙан һуң тиҙерәк көс-хәл алырға ярҙам итә, тире ауырыуҙарынан дауа һ.б.
Яҡшы һөҙөмтәгә ирешер өсөн самаһын белеү мөһим. Бер литр һыуға дурт аш ҡалағы емеш кәрәк. Һыу ныҡ ҡайнар булмаҫҡа тейеш. Бер сәғәт яй ғына ҡайнатып алырға тигәндәр ҙә бар. Миңә термоста бер төн төнәтеп алынғаны оҡшай. Ашарҙан 20 минут алда бүлеп, көпшә аша эсеү яҡшыраҡ (теш эмален боҙмаһын өсөн).
Ҡан баҫымы юғары булғанда, ашҡаҙандың яраһы, йә әселек юғары саҡта, шәкәр диабеты осрағында, эс ҡатҡанда гөлйемеште ҡулланыу ярамай, йә самалап ҡына.
Тамырын беренсе ҡар яуғас ҡаҙып алалар, ә һабағын яҙ көнө йыялар.
Төнәтмәгә бал, имбирь ҡушырға була.
Быйыл был емеш бик уңған. Оҙон ҡышҡы көндәрҙә, еҫен аңҡытып гөлйемеш сәйен дә эсеп ултырырға насип булһын".
Читайте нас