Матурлыҡ — камиллыҡты аңлатҡан эстетик категория. Ниндәй ҙә булһа бер объекттың төрлө яҡтары күҙәтеүселә юғары ләззәт уятырлыҡ гармониялы тап килеүе. Матурлыҡ — мәҙәниәттең иң мөһим категорияларының береһе. Йәмһеҙлек, шөкәтһеҙлек һәм килбәтһеҙлек матурлыҡҡа ҡапма-ҡаршы булғанды аңлатыусы төшөнсәләр. Матурлыҡтың сере ниҙә һуң? Быны әлегәсә бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ күрер күҙгә әллә ни сибәр ҙә түгел, ә көслө заттар уны алиһә итеп күрә. Икенселәре - ҡойоп ҡуйған сибәр ҙә, аҡыллы ла, әммә ир-егет уларҙан ситләшә...
Тарихта беренсе Матурлыҡ бәйгеһе Бельгияла 1988 йылда була. Ә Донъя гүзәлен тәүге тапҡыр Лондонда 1951 йылда һайлайҙар. Ә бына бөгөн билдәләнгән МАТУРЛЫҠ КӨНӨ 1995 йылда эстетика һәм косметология менән шөғөлләнгән халыҡ-ара комитет тарафынан иғлан ителә. Был көндө косметологтар, косметика етештереүселәр һәм һатыусылар, пластик хирургтар, моделдәр бизнесы хеҙмәткәрҙәре, матурлыҡ булдырыуға ҡатнашҡан бөтә кеше үҙ итә.
Ир-егет ҡатын-ҡыҙҙа нимәгә өҫтөнлөк бирә һуң? Зауыҡ хаҡында бәхәсләшмәйҙәр тиһәләр ҙә, уртаҡ ҡараштар бихисап:
- иң тәү сиратта, үҙ-үҙеңде ихтирам итеү, кеше булараҡ түбәнһетмәү;
- нәфислек, нәзәкәтлелек;
- эргәһендәге ир-егетте күтәрә, баһалай, дәртләндерә белеү;
Ә шулай ҙа гүзәл затҡа иң килешкәне - бәхет күлдәге! Бәхет - күңел торошо! Йылмайығыҙ, донъяғыҙға ҡыуанығыҙ һәм бәхетле булығыҙ!
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә матурлыҡ:
Матур - күҙ өсөн, аҡыллы - күңел өсөн. Матурлыҡ - күҙ өсөн, холоҡ - күңел өсөн. Матур сәскә сәнскеле була. Матурлығы хәжәт түгел, аҡылы-тәүфиғы булһын.