Мораҙым
+20 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
3 Сентября 2020, 09:28

Беҙгә кәрәкле витаминдар

Витаминдарҙың файҙаһы хаҡында һәр кем белә.А витамины — туҡымаларҙа һәм күҙәнәктәрҙә аяҡҡа баҫтырыу реакцияларында ҡатнаша. Һөт аҙыҡтарында, йомортҡала, бауырҙа, треска тоҡомло балыҡтарҙа, томатта, кишерҙә, шпинатта, емеш-еләктә, петрушкала бар.В1 витамины — туҡымаларҙың тын алыуын һәм күҙәнәктәргә кислород килеүен көсәйтә. Уға бауыр, һөт, йомортҡа, борсаҡ, фасоль, сүпрә бай.В12 витамины — матдәләр алмашыныуына йоғонто яһай. Ул бауырҙа, бөйөрҙә, йомортҡа һарыһында күп.В2 витамины — матдәләр алмашыныуында мөһим роль уйнай. Уның етешмәүе сәстәр, күҙ, ауыҙ ҡыуышлығы һәм ирендәр торошонда сағыла. Бөтә ит һәм һөт продукттарында, бигерәк тә сүпрәлә бар.

Витаминдарҙың файҙаһы хаҡында һәр кем белә.
А витамины — туҡымаларҙа һәм күҙәнәктәрҙә аяҡҡа баҫтырыу реакцияларында ҡатнаша. Һөт аҙыҡтарында, йомортҡала, бауырҙа, треска тоҡомло балыҡтарҙа, томатта, кишерҙә, шпинатта, емеш-еләктә, петрушкала бар.
В1 витамины — туҡымаларҙың тын алыуын һәм күҙәнәктәргә кислород килеүен көсәйтә. Уға бауыр, һөт, йомортҡа, борсаҡ, фасоль, сүпрә бай.
В12 витамины — матдәләр алмашыныуына йоғонто яһай. Ул бауырҙа, бөйөрҙә, йомортҡа һарыһында күп.
В2 витамины — матдәләр алмашыныуында мөһим роль уйнай. Уның етешмәүе сәстәр, күҙ, ауыҙ ҡыуышлығы һәм ирендәр торошонда сағыла. Бөтә ит һәм һөт продукттарында, бигерәк тә сүпрәлә бар.
В5 витамины — күҙәнәктәрҙә матдәләр алмашыныуын оптималь кимәлдә тота. Витамин етешмәүе тире, тырнаҡтар, сәс торошонда һиҙелә. Уның сығанаҡтары — һөт, йомортҡа, бауыр. Матдәләр алмашыныуы, боҙолоуын дауалау өсөн кальций тоҙо формаһында ҡулланыла.
В3 витамины — тиренең сәләмәтлеге өсөн кәрәк, тамырҙарҙы киңәйтеүгә йоғонто яһай, матдәләр алмашыныуында ҡатнаша. Һөттә, йомортҡала, борсаҡта, фасолдә бар.
В6 витамины — аминокислоталар алмашыныуын ғәмәлгә ашырыусы ферменттар төҙөүҙә мөһим роль уйнай. Уның етешмәүе дерматитҡа килтерә. Сүпрәлә, үҫемлектәрҙең йәшел өлөшөндә була.
Д витамины — күҙәнәктәрҙә һәм һөйәк туҡымаһында кальций һәм фосфаттар күсеүен көйләй. Диңгеҙ балыҡтары ыуылдырығы һәм бауыры, балыҡ майы уларға бай.
Е витамины — бик көслө антиоксидант, уны “йәшлек витамины” тип тә атайҙар. Ул бойҙай бәбәгендә, йәшел үҫентеләрҙә, һырғанаҡ, көнбағыш, арахис майында күп. F витамины — кислород һәм май алмашыныуында ҡатнаша, шешеү процесын бөтөрә, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә, уларҙың дымды юғалтыуын иҫкәртә. Был витамин етешмәгәндә тире ҡорой, сәс ҡойола, кәүәкләнә. Үҫемлек майҙары, көнбағыш, миндаль, һырғанаҡ орлоғо, гөлйемеш составына инә.
С витамины — туҡымаларҙың яңырыуына булышлыҡ итә. Уларға цитрус емештәре, шалҡан, йәшелсә һәм емештәр бай, бигерәк тә ҡара ҡарағатта, гөлйемештә, ҡыҙыл бороста, татлы һуғанда күп.
Ашаған ризығың дауа булһын
Өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа йыш ҡына хәтере юҡлығына зарлана. Кемдер сәбәбен мәғлүмәт ағымының көслө булыуынан, кемдер йод етешмәүҙән, кемдер аҡыллы китаптар уҡымай, телевизор-компьютерға текләп ултырыуҙан күрә. Ни булһа ла, хәтерҙе күнектерергә, яҡшыртырға мөмкин. Беренсенән, башватҡыстар, шахмат мәсьәләләре, кроссворд-сканвордтар сисеп, шиғыр ятлап. Икенсенән, “аҡыллы ризыҡтар” ашап. Мәҫәлән, мүк еләге. Унда антиоксиданттар күп. Улар - атеросклероз ауырыуына ҡаршы һәйбәт сара. Тимәк, баш мейеһен ҡан менән тәьмин итеүсе тамырҙар һығылмалы булып ҡаласаҡ. Көртмәле лә шундай уҡ сифаттарға эйә. Бынан тыш, күҙҙәр үткерлеген, ҡолаҡтар һаҡлығын да ҡайғырта. Сөгөлдөр менән кәбеҫтә Альмцгеймер (ҡартлыҡ аҡылһыҙлығы) сирен барлыҡҡа килтереүсе ферменттарҙы юҡҡа сығарыусы матдәләргә бай. Һимеҙ диңгеҙ балыҡтарындағы майлы кислоталар баш мейеһендәге матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Ә фосфор туҡымаларға кислород үтеп инеүенә булышлыҡ итә.
Читайте нас